Барлыҡ тейешле документтарҙы рәсмиләштереү, ғәмәлдәге ярҙам сараларын юллау, ә республикала улар 40-тан ашыу, сәләмәтлектәрен нығытыу, ҡайтанан әҙерлек үтеү һәм тыныс тормошҡа ҡайтыу – был бурыстарҙы социаль координаторҙар хәл итә.
Бүздәк районында социаль координатор Гөлфиә Ғабдрафиҡова комплекслы ярҙам күрһәтә. Уның тәрбиәләнеүселәренең береһе – махсус хәрби операция ветераны Рөстәм Бабаджанов. Социаль координатор уға дауаланырға һәм реабилитация курсын үтергә ярҙам иткән, кәрәкле дарыуҙар менән тәьмин итеү буйынса документтар тултырған. Район хакимиәте юрисы Гөлфиә Ғабдрафиҡова менән бергә судҡа ғаризалар әҙерләп, кредит бурыстары буйынса мәсьәләне лә хәл иткән.
Шулай уҡ социаль координатор Рөстәмгә йөрөгәндә хәрәкәтте еңеләйтеү өсөн корсет һатып алған бағыусы табырға ярҙам иткән. Бағыусы билдәһеҙ булып ҡалыуын теләгән, ә МХО ветераны хәҙер үҙе лә фонд сараларында ҡатнаша ала. Рөстәм биомеханик протездар ҡуйылғандан һуң эшкә урынлашырға ниәтләй.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ватанды һаҡлаусылар» махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға дәүләт ярҙам фонды Рәсәй Президенты указы буйынса булдырылды. Фондтың республика филиалының эше тураһында тулыраҡ бында: https://vk.com/public220653548.
«Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостандағы филиалы Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 107 адресы буйынса урынлашҡан. Эш ваҡыты: иртәнге сәғәт 9.00-ҙан 18.00 сәғәткә тиклем, ялһыҙ. Алдан консультация алыу өсөн телефон: 8 (347) 268-01-02.
Әлфиә Батырова.
Фото: «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалы.