Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "тура бәйләнеш" барышында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының сираттағы съезының әһәмиәтен баһаланы.
– Беҙ, ысынлап та, Башҡорт ҡоролтайын көтәбеҙ. Был милләт, республика өсөн бик етди ваҡиға булып тора, – тине республика етәксеһе. – Ҡоролтайҙы беҙҙең өсөн дә, Рәсәйҙән ситтә йәшәгән башҡорттар өсөн дә ҡатмарлы осорҙа ойошторабыҙ. Беҙ башҡорт милләтен булдыҡһыҙ кешеләр тарҡатырға маташҡан еңел булмаған дәүерҙә йәшәйбеҙ. Милләтте тарҡатыу мөмкин түгел. Сит илдәрҙән нимәлер әйтергә теләгән кешеләр бар, улар бик аҙ. Шуға күрә Ҡоролтайҙың әһәмиәте ҙур.
Был эшкә етди иғтибар бирергә тейешбеҙ. Беҙҙә шефлыҡҡа алынған 100-ҙән ашыу мәктәп иҫәпләнә, был эш әле лә бара. Мин һәр ваҡыт өҫтөнлөк принцибы буйынса йәшәйем. Минең өсөн Башҡортостан – төп өҫтөнлөк.
Салауат районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Нәфисә ВАХИТОВА:
– Беҙ, башҡорт халҡы вәкилдәре, республика етәкселегенең телебеҙҙе һәм мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән эштәрен хуплайбыҙ.
Һуңғы биш йылда республика етәкселеге тарафынан башҡорт телен, халҡыбыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Әйтәйек, республикала Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы булдырылды, тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән гранттар бар, полилингваль мәктәптәр төҙөлә. Башҡорт теленән диктант халыҡ-ара кимәлгә күтәрелде, йылына ике тапҡыр Милли кейем көнө үткәрелә. Был сараларҙа беҙҙең райондаштар теләп ҡатнаша. Башҡорт тоҡомло аттарҙы һәм башҡорт халҡының традицияларын һаҡлап ҡалыу маҡсатында “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестивале уҙғарыла. Башҡортостанда дәүләт ҡурайсылар ансамбле булдырылды. Яҡташлыҡ көсөн берләштереү өсөн “Атайсал” проекты эшләй.
Күренекле шәхестәрҙең исемдәрен мәңгеләштереү буйынса байтаҡ эштәр тормошҡа ашырыла. Республикаға Миңлеғәле Шайморатов, Валериан Альбанов, Федор Шаляпин, Ғазый Заһитовтарҙың исемдәре ҡайтарылды. Салауат районында 2020 йылда билдәле актер Хәмит Яруллин, 2021 йылда – шағир Сафуан Әлибаев, 2022 йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың юбилейҙарына арналған иҫтәлекле саралар уҙғарылды.
Быйыл халҡыбыҙҙың милли батыры Салауат Юлаевтың 270 йыллығына бағышлап, республика күләмендә ҙур байрам ойошторолдо. Юбилей уңайынан Башҡортостан Башлығы башланғысы менән Әлкә ауыл биләмәһендә Тәкәй ауылы урынында “Салауат ере” тарихи-мемориаль комплексы төҙөлдө һәм унда асфальт юл һалынды. Әйткәндәй, был мәсьәлә ҡасандыр район ҡоролтайы резолюцияһына индерелгәйне.
Ҡоролтайҙың девизы – “Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!”. Ҡоролтай – ул районда йәшәүсе барлыҡ башҡорттар, ә улар дөйөм халыҡ һанының яҡынса 70 процентын тәшкил итә. Ойошманың эшен йәнләндереү өсөн беҙгә унда берләшеп, туған телебеҙҙе, тарихыбыҙҙы, милли мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереү буйынса әүҙем эш алып барырға кәрәк. Бөгөн, бөтә халыҡ уртаҡ проблемалар кисергәндә, һәммәһенә лә бергә тупланырға һәм кешеләрҙең именлеге, тыныслыҡ хаҡына йәшәргә кәрәк.
Салауат районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының составы яңырғас, унда төрлө комиссиялар төҙөнөк, аҡһаҡалдар ҡорон булдырҙыҡ. Һәр бер ауыл биләмәһендә күсмә ултырыш уҙғарып, уларҙа ойошманың урындағы ҡоролтай етәкселәрен һайланыҡ. Әле улар һәм ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмалары менән берлектә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам йыйыу буйынса “Беҙ – бергә! Беҙ – берҙәм!” ирекмәнлек акцияһын ойошторғанбыҙ.
Киләсәктә район башҡорттары ҡоролтайына юридик статус алып, грант конкурстарында ҡатнашыуҙы планлаштырабыҙ. Артабан ошо юҫыҡта ойошманың эшмәкәрлеген әүҙемләштерергә уйлайбыҙ. Алтынсы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында беҙ үҙебеҙҙең тәҡдимдәрҙе индереп, съездан яңы идеялар менән ҡайтырбыҙ, тип ышанабыҙ.
VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында рәсми делегат булып район хакимиәте башлығы Марс Кашапов, Салауат районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Нәфисә Вахитова һәм һайланған делегаттар: Янғантау урта мәктәбе директоры Фирғәт Ғимранов, С. Әлибаев исемендәге Тирмән урта мәктәбе тренер-уҡытыусыһы, Салауат район Советы депутаты Ринат Байгилдин ҡатнашасаҡ.
Һүрәттә: Салауат районы башҡорттары ҡоролтайы ағзалары. Автор фотоһы.