Ҡануниәткә ярашлы, күп балалы әсәләр пенсияға алдан китә ала. Биш һәм унан күберәк балалары булған әсәйҙәр хаҡлы ялға 50 йәштә китә, әгәр ҡатын-ҡыҙҙың дүрт балаһы бар икән, уға пенсия 56 йәштә тәғәйенләнә, ә өс балаһы булған әсәйҙәр дөйөм билдәләнгән пенсия йәшенән өс йылға алдараҡ сыға ала. Шулай уҡ уллыҡҡа алған күп балалы әсәйҙәр ҙә алдан страховка пенсияһын юллай ала.
Күп балалы әсәләргә пенсияны алдан тәғәйенләү өсөн төп талаптар: 15 йылдан кәм булмаған страховка стажы булыуы, пенсия коэффициентының тейешле һаны булыуы (2024 йылда - 28,2), баланы 8 йәшкә тиклем тәрбиәләү, ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителеү йәки уллыҡҡа алыу хоҡуғын бөтөрөү факты булмауы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ата-әсәнең береһенең балаға йәш ярым булғансы ҡарау осоро страховка стажына индерелә, әммә был дөйөм алғанда ул 6 йылдан артмаҫҡа тейеш. Шулай уҡ бала ҡарау осоро өсөн пенсия коэффиценттары: беренсе баланы ҡарау өсөн - 1,8, икенсе өсөн - 3,6, өсөнсө һәм дүртенсе өсөн 5,4 пенсия коэффициенты иҫәпләнә.
Алдан пенсия тәғәйенләү буйынса ғаризаны дәүләт хеҙмәттәре порталында шәхси кабинет аша бирергә, күп функциялы үҙәк офистарына йәки Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлектәренә мөрәжәғәт итергә мөмкин.