2024 йылдың 2 декабрендә физик берәмектәрҙең мөлкәт һалымын һәм физик берәмектәрҙең килеменә һалымды түләү ваҡыты тамамлана, тип хәбәр итәләр Башҡортостан Республикаһы Федераль һалым хеҙмәте идаралығында.
Был көндә ярты төнгә тиклем һалым түләүселәргә һалым түләүгә бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының (7 (347) 215-10-70, өҫтәмә һандар 55-55) бушлай ҡыҙыу элемтә телефоны буйынса мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге бирелә. Шулай уҡ был көндө республиканың барлыҡ һалым инспекциялары 9.00-ҙан 20.00 сәғәткә тиклем оҙайтылған эш графигы буйынса һалым түләүселәрҙе ҡабул итә.
Мөрәжәғәт иткәндәргә "Физик берәмектәр өсөн шәхси кабинет" интерактив сервистары, шулай уҡ "Физик берәмектәр һалымы" мобиль ҡушымтаһы аша онлайн режимда һалым түләү буйынса консультация ярҙамы күрһәтелә.
Һалымды Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең "Һалым түләүсенең шәхси кабинеты" электрон сервистары йәки уның "Физик берәмектәр һалымы" мобиль версияһы ярҙамында өйҙән сыҡмайынса түләргә мөмкин. Һалым тураһында белдереү ҡағыҙы булған осраҡта һалымды банкоматтарҙа, банк бүлексәләрендә йәки Рәсәй почтаһында түләргә мөмкин.