Өфөлә «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһында үткән семинар-кәңәшмә муниципалитет хакимиәттәре башлыҡтарының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙарын, «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалының социаль координаторҙарын, шулай уҡ республика министрлыҡтары вәкилдәрен йыйҙы, тип яҙа "Республика Башкортостан" гәзите.
- Былтыр социаль координаторҙар өсөн уҡыуҙар үткәрҙек. Быйыл уларҙы район-ҡала башлыҡтарының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙары менән бергә йыйҙыҡ, сөнки улар муниципалитетта бергә эшләй. «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының вәкәләттәре ай һайын киңәйә. Алдан беҙ махсус хәрби операция ветерандары һәм һәләк булған геройҙарҙың ғаилә ағзалары менән генә эшләнек, хәҙер хәбәрһеҙ юғалғандар менән дә шөғөлләнәбеҙ, ДНК алабыҙ. Бынан тыш, фонд филиалдарында Оборона министрлығының хәрби-социаль үҙәге хеҙмәткәрҙәре эшләйәсәк, беҙгә хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм яугирҙәрҙең ғаилә ағзалары мөрәжәғәт итә аласаҡ, - тип аңлатты «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостандағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.
Һөйләшеү эшлекле һәм етди барҙы, ә иң мөһиме - ул республика Башлығы Радий Хәбировтың указы буйынса МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары йылы тип иғлан ителгән 2025 йылға эшләүгә баҫым яһарға ярҙам итте.
- Бөгөнгө көнгә төп мәсьәләләрҙең береһе, был турала Рәсәй Президенты ла, республика Башлығы ла һөйләй - ул беҙҙең махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса эшебеҙ. Бынан да мөһимерәк бер нәмә лә юҡ. Был эште координациялау хакимиәт башлыҡтары урынбаҫарҙары иңенә төшә. Ни өсөн беҙ һеҙҙе социаль координаторҙар менән бергә саҡырырға булдыҡ? Сөнки махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары алдында торған мәсьәләләрҙең ни тиклем һөҙөмтәле һәм тиҙ хәл ителеүе һеҙҙең үҙ-ара килешеп эш итеүегеҙҙән тора. Дәүләт фонды йыл ярым эшләй, ләкин беҙ һөҙөмтәле эшләргә мөмкинлек бирмәгән норматив-хоҡуҡи ҡаршылыҡтарҙың күп булыуы менән осрашабыҙ, һәм бында ҡул режимында ҡушылырға кәрәк, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Урал Килсенбаев.
Кәңәшмәлә сығыш яһаусы социаль блок вәкилдәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре менән эштең нисек ҡуйылыуы хаҡында һөйләне, булған проблемаларҙы һәм киләһе йылға пландарҙы билдәләне. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, мәҫәлән, МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү өсөн республиканың бөтә зоналарына күсмә медицина комплекстары менән барырға ниәтләй. Хеҙмәт министрлығы хеҙмәткәрҙәре махсус операция ветерандарын эшкә урынлаштырырға һәм уҡыуға сертификаттар тапшырырға әҙер. Мәғариф министрлығы үҙ ваҡытында аттестат алмаған МХО-ла ҡатнашыусылар отпуск ваҡытында быны эшләй алһын өсөн барыһын да эшләйәсәк. Мәҙәниәт министрлығы яугирҙарҙы театрға билеттар менән тәьмин итәсәк - квота ултырыу урындары иҫәбенән кәмендә 2 процент тәшкил итергә тейеш.
- МХО ветерандары һәм уларҙың ғаилә ағзалары беҙгә проблемалары менән килә, һәм беҙ бер кемгә лә баш тарта алмайбыҙ, уларҙың барыһы ла беҙҙең өсөн геройҙар. Фондтың филиалы байтаҡ йүнәлештәр буйынса эшләйәсәк, шул иҫәптән МХО-ла ҡатнашыусыларҙы социалләштерергә ярҙам итәсәк проекттарҙы бойомға ашырасаҡ. Инвалидтарҙы техник реабилитация саралары, юғары технологиялы протездар, коляскалар, ҡул менән идара итеүсе автомобилдәр менән тәьмин итеүгә, торлаҡты яраҡлаштырыуға баҫым яһаласаҡ. Махсус хәрби операциянан ҡайтҡандан һуң кеше дүрт стенала ҡалырға тейеш түгел, ул йәмғиәттә булырға тейеш. Бының өсөн беҙ йәмәғәтселәрҙе, башҡа локаль һуғыш ветерандарын, бөтә граждандар йәмғиәте институттарын «Ватанды һаҡлаусылар» фонды етәкселеге аҫтында берләштерәбеҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды һүҙен йомғаҡлап Гөлнур Ҡолһарина.
Һуңынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтеү буйынса ведомство-ара комиссия менән «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалы, шулай уҡ фондтың филиалы һәм Мәҙәниәт министрлығы араһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды.
Фото: "Республика Башкортостан" гәзите.