Республика акцияһы, “Экология” милли проектының “Уникаль һыу объекттарын һаҡлау” федераль проектының “Рәсәй һыуы” экологик акцияһына ярашлы, йыл һайын үтә.
Беҙҙең уҡыусылар Яңы Ҡаратаулы ауылы ҡаршыһындағы һабантуй яланының 3 километр арауыҡтағы майҙанды сүп-сарҙан таҙартты. Өмәлә 25 кеше ҡатнашты, бөтәһе 0,32 кубометрҙан ашыу сүп-сар йыйылды. Балалар үҙҙәренә тирә-яҡ мөхитте таҙа тотоу, тәбиғәтте һаҡлауҙы бик мөһим, яуаплы эш итеп ҡабул итте. Уҡыусылар бик тырышып эшләне. Киләсәктә бындай акцияларға башҡа уҡыусыларҙы ла йәлеп итәсәкбеҙ.
Экология проблемаһы бөгөн көнүҙәк мәсьәлә, сөнки тәбиғәттең таҙалығы беҙҙең һаулыҡҡа, киләсәк тормошобоҙға ҙур йоғонто яһай. Әлкә мәктәбе уҡыусылары йыл һайын барлыҡ экологик акцияларҙа әүҙем ҡатнаша.
Альбина МЫРҘАХАНОВА, Әлкә урта мәктәбенең география уҡытыусыһы.