Йөк составында сәнәғәт, мәктәп тауарҙары, быяла, хужалыҡ-көнкүреш әйберҙәре, урын-ер әйберҙәре, ҡулланыу кәрәк-ярағы, сығым материалдары менән медицина (стоматологик) ҡорамалдары, йылылыҡ үткәрмәүсе изделиелар, металл изделиелар, беркетеү, сығым материалдары (буяу, грунт, пена, анкер), торбалар, ҡулсалар һәм плиталар, сантехника, сендвич-панелдәр, йылытҡыс мамыҡтар, төҙөлөш ҡоралдары һәм ҡоролмалары бар.
Оҙатылған сәнәғәт тауарҙарының ауырлығы 25 тоннанан ашыу тәшкил итте. Башҡортостан Республикаһының әүҙем ҡатнашлығында ЛНР-ҙың М.М. Шайморатов исемен йөрөткән 22-се Петровский мәктәбе тергеҙелде. Мәктәпте ремонтлау һәм тергеҙеү өсөн 850 тоннанан ашыу төҙөлөш материалдары йүнәлтелгән, балаларҙы дәреслектәр, мебель һәм парталар менән тәьмин итеү өсөн 5 тоннанан ашыу мәктәп тауарҙары ебәрелгән. Шулай уҡ халыҡ өсөн 190 тоннанан ашыу аҙыҡ-түлек һәм туҡланыу продукттары оҙатылған.