Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
21 Сентябрь 2023, 19:50

Башҡортостан эшҡыуарҙарының Волонтерҙар штабы вәкилдәре МХО зонаһына гуманитар ярҙам күрһәтә

Йәмәғәтселәр яугирҙәргә махсус ҡорамалдар, техника, төҙөлөш материалдары һәм инструменттар, автозапчастар, йорттан посылкалар, емеш-еләк, йәшелсә, мәктәп уҡыусыларынан һәм яҡындарынан хаттар килтерә.

Башҡортостан эшҡыуарҙарының Волонтерҙар штабы вәкилдәре МХО зонаһына гуманитар ярҙам күрһәтә
Башҡортостан эшҡыуарҙарының Волонтерҙар штабы вәкилдәре МХО зонаһына гуманитар ярҙам күрһәтә

- Үҙ күҙәтеүҙәрем буйынса, беҙҙең республика махсус хәрби операция яугирҙәренә гуманитар ярҙам күрһәтеү буйынса иң әүҙемдәрҙең береһе, тип әйтә алам. Был республика халҡының, эшҡыуарҙарҙың һәм етәкселегенең ҙур өлөшө. Яҡташтарыбыҙға ярҙам итеүҙә ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт! - тип билдәләне Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Тимерғәле Ураҙғолов.

Тимерғәле Ураҙғолов һүҙҙәренсә, һәр посылка, һәр хат Башҡортостан яугирҙәренә тылдан ышаныслы ярҙам ул.

Сығанаҡ: https://mgazeta.com/news/novosti/2023-09-21/timergali-urazgulov-bashkiriya-odna-iz-samyh-aktivnyh-po-okazaniyu-gumanitarnoy-pomoschi-boytsam-svo-3448718 

Автор:Молодежная газета
Читайте нас: