Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
7 Август 2023, 11:25

Алғы һыҙыҡтағыларға – ярҙам

Салауат районынан махсус хәрби операция яугирҙәренә сираттағы гуманитар ылау ебәрелде

Алғы һыҙыҡтағыларға – ярҙам
Алғы һыҙыҡтағыларға – ярҙам

Райондың хәрби хәрәкәттәр ветерандары берлеге махсус операцияла ҡатнашыусы яҡташтарға ярҙам йыйыу ойошторҙо. Уҙған аҙнала Салауат районынан яугирҙәргә дүрт автомобиль, бензогенератор, бензобысҡылар, иретеп йәбештереү аппараттары, 10 тонна “Ҡорғаҙаҡ” минераль һыуы, кейем-һалым һ.б. әйберҙәр оҙатылды.

– Үҙебеҙҙең егеттәр менән Малаяҙҙан “УАЗ” һатып алдыҡ. Уны буяттыҡ, йүнәттек, яңы тәгәрмәстәр ҡуйҙыҡ. Буяу менән Нәсибаштан Абдулла Әхмәтшин, электр кабелдәре менән Таймыйҙан минең уҡыусым Илназ, Малаяҙҙан чечен һуғышы яугиры Һәүбән Шәрифйәнов ярҙам итте, “Мое” магазины егеттәре тәгәрмәстәр һатып алышты, автомобилгә запас частар алыуға Юлай, Әлкә ауылдары халҡы ла үҙ өлөшөн индерҙе. Улым Артур аҡсалата ла, машинаны буятыу, ремонтлау эштәрендә лә ярҙамлашты. Альмир улым да "уазик"ты эшләште. Шулай уҡ ауылдаштар Илдар Әхтәрйәнов, Азат Исмәғилев, Андрей Мошкин, күршеләрем Илгиз Сиражетдинов, Ильяс Вахитов, Радик Садиҡовҡа ярҙамдары өсөн рәхмәтлемен, – тип хәбәр итте хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы рәйесе Рөстәм Хөснуллин.

Уның әйтеүенсә, Мөрсәлим ауыл биләмәһендә йәшәүселәр “уазик-буханка” автомобиле әҙерләгән. Ә Лағыр халҡы “Нива Шевроле” машинаһын йүнәтеүгә аҡсалата ярҙам күрһәткән, уны Малаяҙҙа Эдик Шакировтың оҫтаханаһында ремонтлағандар. Егеттәр йыйылышып, автомобилгә двигатель, тапшырыу ҡумтаһы, башҡа төрлө запчастар алған. Мини-футбол буйынса тренер Винарис Минһажев, Лағырҙан Айҙар Ғибәҙәтов ошо “Нива”ны сафҡа индереүгә булышлыҡ иткән. Сик ғәскәрҙәре ветерандары йәмәғәт советы рәйесе Илдар Фәйзуллин етәкселегендәге пограничник егеттәр өс автомобилде домкраттар, огнетушителдәр, аптечкалар, гайка асҡыстары, запас частар менән тәьмин иткән. Махсус хәрби операция зонаһына ебәреү өсөн хәрби хәрәкәттәр ветерандары өс ишекле “Нива” автомобиле лә әҙерләгән. Уны Ишембай ауыл биләмәһе хакимиәте килтергән. Малаяҙ ауылынан Лилиә Хужиәхмәтова үҙенең машина йыуыу пунктында автомобилдәрҙе бушлай хеҙмәтләндергән.

– Машиналарҙы яугир-яҡташтарҙың үтенесе буйынса ебәрҙек. Юлһыҙ ерҙән йөрөүсе транспорт саралары уларға хәрби бурысын үтәгәндә бик ныҡ кәрәк. Ғөмүмән, гуманитар ярҙам үҙебеҙҙең хәрбиҙәрҙең ихтыяжы нигеҙендә тупланды. Өфөнән ебәрелгән ике фураға тейәп алып киттек, – тине Рөстәм Нәбиулла улы.

“Малаяҙ электр селтәрҙәре” МУП-ы директоры Рузиль Ғәлиев, Мөрсәлим ваҡ таш заводы етәкселеге бензобысҡылар, уларға мотор майҙары алып биргән. Шәхси эшҡыуар Исрафил Хәйров һәм уның етәкселегендәге хәрби-диңгеҙ флоты ветерандары бензогенератор һатып алған. Малаяҙ ауылы магазиндары хужалары канистрҙар, иретеп йәбештереү аппараты, кейемдәр тапшырған. Салауат ДРСУ-һы иретеп йәбештереү аппараты, электродтар менән ярҙам иткән. "Янғантау" шифаханаһы 10 тонна "Ҡорғаҙаҡ" минераль һыуы, Малаяҙ ауылы умартасылары Эмиль Күлбаев, Сергей Гусев бал биргән. Гуманитар ярҙам йыйыуға район Хакимиәте, мәғариф бүлеге, мәктәптәр, балалар баҡсалары, Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте, Малаяҙ үҙәк район дауаханаһы һ.б. коллективтар ҙа ҡушылған. Бөгөн алғы һыҙыҡта йөрөгән ир-егеттәр тураһында яҡташтары шулай хәстәрлек күрә.

Фото: Рөстәм Хөснуллин.

Алғы һыҙыҡтағыларға – ярҙам
Алғы һыҙыҡтағыларға – ярҙам
Алғы һыҙыҡтағыларға – ярҙам
Алғы һыҙыҡтағыларға – ярҙам
Алғы һыҙыҡтағыларға – ярҙам
Алғы һыҙыҡтағыларға – ярҙам
Алғы һыҙыҡтағыларға – ярҙам
Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: