Бөтә яңылыҡтар

Яугирҙәргә күңел йылыһы менән әҙерләнгән ризыҡ

Салауат районында туҡланыу комбинаты хеҙмәткәрҙәре махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарға 25 килограмм ҡуллама әҙерләп ебәрҙе.

Яугирҙәргә күңел йылыһы менән әҙерләнгән ризыҡ
Яугирҙәргә күңел йылыһы менән әҙерләнгән ризыҡ

Салауат районы Хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн "Ҡуллама" флешмобы быйыл март айында башланған булған. "Салауат" туҡланыу комбинаты тағы ла махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ҡуллама эшләп ебәрҙе.

Яугирҙәр һаулығы өсөн доғалар уҡып, ҡатын-ҡыҙҙар ҡамыр йәйеп, туҡмас ҡырҡты. Һөйөү менән әҙерләнгән ризыҡты Салауат районының хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы рәйесе урынбаҫары Ралиф Хөснөтдинов сираттағы гуманитар ылау менән илтеп тапшырҙы.

– Ҡулдарыбыҙ һәм йөрәк йылыһы уларҙың хәрби рухын күтәрә. Был ярҙам ҙур булмаһа ла, беҙ алғы һыҙыҡта йөрөгән яҡташтарға ярҙамға килергә тейешбеҙ. Бының менән беҙ яугирҙәребеҙгә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ һәм уларҙы көтөп ҡалабыҙ. Ысын күңелдән егеттәрҙең һау-сәләмәт булыуҙарын, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ, – тине Ралиф Нил улы.

Фото: Салауат районы Хакимиәте.

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: