Бөтә яңылыҡтар

Салауат районында “Атайсал” проекты әүҙем тормошҡа ашырыла

Район хакимиәтенең оператив кәңәшмәһендә Салауат районы үҫешенә ҙур өлөш индергән кешеләргә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Салауат районында “Атайсал” проекты әүҙем тормошҡа ашырыла
Салауат районында “Атайсал” проекты әүҙем тормошҡа ашырыла

“Атайсал – кесе Ватан” проектын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашҡандары өсөн Радий Хәбировтың Рәхмәт хатына Малаяҙ ауыл советы депутаты Гусев Иван Николаевич, Гусевка ауылы старостаһы Ермаков Петр Иванович, Малаяҙ ауылы шәхси эшҡыуары Шакиров Рәүеф Раян улы, Мөрсәлим ауылы шәхси эшҡыуары Мөлөков Вадим Нәғим улы, Малаяҙ ауылының “Ҡыҙырбаҡ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры урынбаҫары Ғиззәтуллин Илгизәр Хазип улы, Салауат юл ремонт-төҙөлөш идаралығы начальнигы Сафин Ришат Ғафар улы лайыҡ булды. Наградаларҙы хакимиәт башлығы Марс Кашапов тапшырҙы.

Салауат район Советы секретары Андрей Сергеев һөйләүенсә, “Атайсал” проекты порталына райондан 735 ғариза ҡуйылған. Дөйөм суммаһы – 19 млн 623 мең һум. Тормошҡа ашырылған проекттар буйынса Салауат районы республикала иң яҡшы ун муниципалитет араһына инә. Ауыл биләмәләренән Салауат ауыл советы – 128 проект, Мәсетле – 85, Мөрсәлим һәм Торналы – 53, Әлкә – 52, Первомайский – 47, Нәсибаш ауыл советында йәшәүселәр 46 проектты ғәмәлгә ашырған.

– Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә “Яҡташлыҡ көсө” республика форумында бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү төп бурыс булыуын билдәләне. Һуңғы йылдарҙа “Атайсал” порталында яугирҙәргә һәм Донецк, Луганск республикалары, Херсон, Запорожье өлкәләрендә йәшәүселәргә гуманитар ярҙам буйынса проекттар күпселекте тәшкил итә. Бының өсөн ауыл биләмәләре башлыҡтарына, район халҡына, эшҡыуарҙарға, учреждение, предприятие етәкселәренә, йәмәғәт ойошмаларына ҙур рәхмәт, – тине Андрей Сергеев.

Атап әйткәндә, “Ҡыҙырбаҡ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры урынбаҫары Илгизәр Ғиззәтуллин махсус хәрби операция зонаһына һәм Донецк, Луганск республикалары, Херсон, Запорожье өлкәләрендә йәшәүселәргә 60 тоннанан ашыу шешәләргә тултырылған эсәр һыу ебәрҙе (дөйөм суммаһы – 2 млн һум). Шәхси эшҡыуарҙар Рәүеф Шакиров, Алия Ғимаева, Вадим Мөлөков үҙ аҡсаларына яугирҙәргә бик кәрәкле ҡиммәтле техника – квадрокоптерҙар һатып алды. Райондың күпселек эшҡыуарҙары хәрбиҙәргә бензогенераторҙар, яғыулыҡ-майлау материалдары, кейем-һалым, аҙыҡ-түлек, техника оҙатты.

Гуманитар ярҙам йыйыуҙа район Советы депутаттары Ралиф Хөснөтдинов, Ришат Сафин әүҙем ҡатнаша. Ралиф Хөснөтдинов, райондың хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы рәйесе Рөстәм Хөснуллин һәм Гусевканан Иван Гусев үҙ транспортында Луганск республикаһының Красный Луч ҡалаһы мәктәбен ремонтларға таҡта илтеп тапшырҙы. Гуманитар ылау туплауҙа Гусевка ауылы старостаһы Петр Ермаков, Ҡалмаҡтар ауылы старостаһы Фәнис Ҡәнипов һ.б, Әлкә ауылы биләмәһенең хәрби хәрәкәт ветерандары берлеге рәйесе Владик Шәмсетдиновтың да әүҙемлек күрһәтеүе билдәләнде.

Салауат районында “Атайсал” проекты әүҙем тормошҡа ашырыла
Салауат районында “Атайсал” проекты әүҙем тормошҡа ашырыла
Салауат районында “Атайсал” проекты әүҙем тормошҡа ашырыла
Салауат районында “Атайсал” проекты әүҙем тормошҡа ашырыла
Салауат районында “Атайсал” проекты әүҙем тормошҡа ашырыла
Салауат районында “Атайсал” проекты әүҙем тормошҡа ашырыла
Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: