Бөтә яңылыҡтар

Яҡташлыҡ көсө берләштерә

Өфөлә "Торатау" Конгресс-холында Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы сиктәрендә "Яҡташлыҡ көсө" форумы үтте. Сарала "Атайсал" проектында әүҙем ҡатнашыусылар ҡатнашты. Был проект Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән 2021 йылдың мартынан тормошҡа ашырыла.

Яҡташлыҡ көсө берләштерә
Яҡташлыҡ көсө берләштерә

Республика етәксеһенең һүҙҙәренсә, “Атайсал” проекты беҙҙең ихлас илһөйәрлекте күрһәтте – яҡташтарыбыҙҙың тормошон һүҙҙә генә яҡшыртып ҡалманыҡ, ә эш менән дә иҫбатланыҡ. Бөгөн махсус хәрби операция үткәреү шарттарында унда ҡатнашҡан яугирҙәребеҙгә, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү айырыуса оло әһәмиәткә эйә. Тотош республика яугирҙәребеҙгә ярҙам күрһәтә, ошо ваҡыт эсендә Донбассҡа һәм махсус хәрби операция зонаһына 71 гуманитар ылау ебәрелде, тип билдәләне Радий Хәбиров форумдың пленар ултырышында.

“Беҙ һеҙҙең менән яҡшыраҡ һәм көслөрәк була барабыҙ, геройҙар ваҡытында йәшәүебеҙ менән ғорурланасаҡбыҙ. Атайсал минең өсөн – тыуған Башҡортостаным», – тине Радий Фәрит улы.

Бөгөн Башҡортостанда 15 меңдән ашыу проект тормошҡа ашырылған, уларҙың дөйөм суммаһы – 1 миллиард 200 мең һумдан ашыу. Салауат районында 19,5 миллион һумға 720 проект тормошҡа ашырылған. Беҙҙең район "Атайсал" проектын әүҙем ғәмәлгә ашырыу буйынса республика муниципалитеттары араһында лидерҙар иҫәбендә.

Форум эшендә район хакимиәте башлығы урынбаҫары Айгиз Әхмәтйәнов һәм район Советы секретары Андрей Сергеев етәкселегендә Салауат районы делегацияһы ла ҡатнашты. Лағыр ауылынан хеҙмәт ветераны Рәүиә Ҡәйүм ҡыҙы Хәйбуллина, “Атайсал” проектын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем йәмәғәтсе булараҡ, Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Махсус хәрби операцияға ярҙам күрһәтеүҙә әүҙем ҡатнашыусыларға ла Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Яҡташлыҡ көсө берләштерә
Яҡташлыҡ көсө берләштерә
Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: