– Маскировка селтәрен үреү технологияһы, кәрзин кеүек, бик ябай. Иң ҡыйыны – һауанан маскировканы танытҡан геометрия, аныҡ фигураларҙы эшләүгә юл ҡуймау, – тип һөйләй мәктәп директоры Римма Гәрәйшина.
Уҡыусыларға уҡытыусылар ҙа ҡушыла. Улар көн һайын маскировка селтәрҙәре бәйләй һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға хаттар ҡабул итеүен һәм тапшырыуын дауам итә.
“Беҙ маскировка селтәрҙәрен эшләүҙә ҡатнашыуыбыҙға бик шатбыҙ, сөнки хәҙер махсус хәрби операция зонаһында булған егеттәргә ярҙам итергә кәрәк. Илебеҙҙе һаҡлаусыларҙың ышаныслы тылыбыҙ барлығын, уларҙы яратыуыбыҙҙы һәм еңеүгә ышаныуыбыҙҙы аңлауы мөһим. Был беҙҙең дөйөм эшкә ҙур өлөшөбөҙ”, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Мөрсәлим урта мәктәбе уҡыусылары.
Маскировка селтәрҙәре яугирҙәрҙе, ҡоралдарҙы, хәрби техниканы һәм инженер ҡоролмаларын йәшереү өсөн киң ҡулланыла. Бындай селтәрҙәр хәрбиҙәрҙең ғүмерен ҡотҡара ала.