0 °С
Ҡар
Граждандар объекты инфраструктураһының ҡыйралыуы сәбәпле, Донбасста эсәр һыу менән киҫкен хәл килеп тыуҙы.
– Һыу барыһына ла – балаларға ла, өлкәндәргә лә кәрәк. Ә Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларында ул бигерәк тә етмәй. Шуға күрә беҙҙең ярҙамыбыҙ бик мөһим. Был изге эште ысын күңелдән башҡарабыҙ, – ти "Ҡыҙырбаҡ" йәмғиәте директоры урынбаҫары Илгизәр Ғиззәтуллин.
Салауат районынан 1,5 литрлыҡ пластик шешәләргә тултырылған эсәр һыу бер нисә тапҡыр гуманитар ылау менән махсус хәрби операция яугирҙәренә лә, Донбасс халҡына ла оҙатылды.