Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
30 Март 2023, 17:14

Урмансыла һәйкәл төҙөкләндереләсәк

Салауат районының Урмансы ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың, ветерандарҙың, тыл хеҙмәткәрҙәренең хәтерен мәңгеләштереүгә арналған йыйылыш үтте. Унда Лаҡлы ауыл биләмәһе хакимиәте вәкилдәре, ауыл халҡы һәм ситтән ҡайтҡан яҡташтар ҡатнашты.

Урмансыла һәйкәл төҙөкләндереләсәк
Урмансыла һәйкәл төҙөкләндереләсәк

Ауыл старостаһы Тимерхан Ҡәнәфиев һуғыш яугирҙәренә һәм тыл ветерандарына киләсәктә һәйкәл төҙөләсәген белдерҙе. Әле ауыл халҡы һәм яҡташтар был изге эшкә аҡса йыя башлаған. Урмансы ауылынан Бөйөк Ватан һуғышына китеп, фронтта һәләк булғандар, Еңеү менән ҡайтҡандар һәм тылда фиҙаҡәр хеҙмәт иткәндәрҙең исемлегенә 300-ләп кеше индерелгән. Бөгөн был исемлекте аныҡлау, уны тулыландырыу буйынса эш бара. Ветерандарҙың һәр береһенең исем-шәрифе һәйкәлташҡа яҙыласаҡ.

Көн тәртибенә ярашлы, стеланың урынын һайлау мәсьәләһе лә ҡаралды. Ауылдаштарҙың, Лаҡлы ауыл биләмәһе хакимиәте эштәр идарасыһы Әнилә Нәбиуллинаның фекер-тәҡдимдәрен тыңлағас, йыйылышта ҡатнашыусылар ауыл клубы эргәһендәге иҫке обелискыны һәм уның тирә-яғын төҙөкләндереп, яңы мемориаль ташты шунда ҡуйырға килеште. Буласаҡ һәйкәлдең проекты (һүрәттә) халыҡ иғтибарына тәҡдим ителде. Ауылдың әүҙем кешеләре һәм яҡташтарҙан инициатив төркөм төҙөлгән, аҡса йыйыу дауам итә. Стела төҙөү мәсьәләһе буйынса сираттағы йыйылыш майҙа буласаҡ.

Урмансы ауылының Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға обелискы биләмәһен төҙөкләндереү “Атайсал” республика проектына индерелгән. Был эште, Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылына ярашлы, быйыл тормошҡа ашырыу күҙаллана.

Урмансыла һәйкәл төҙөкләндереләсәк
Урмансыла һәйкәл төҙөкләндереләсәк
Урмансыла һәйкәл төҙөкләндереләсәк
Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: