Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
17 Март 2023, 12:13

Саңғы ярышы – ауылға ҙур байрам

Салауат районының Тирмән ауылында Әсүәт Әлибаев һәм Камил Шәрәфетдинов иҫтәлегенә туғыҙынсы тапҡыр спорт фестивале үтте

Саңғы ярышы – ауылға ҙур байрам
Саңғы ярышы – ауылға ҙур байрам

Ҡышҡы спорт сараһының төп бағыусылары – запастағы хәрби полковниктар, ағалы-энеле Әнүәр һәм Айҙар Әлибаевтар, Булат Шәрәфетдинов Тирмән урта мәктәбен төҙөтөүсе атайҙары: элекке Киров исемендәге колхоз рәйесе Әсүәт Әфтәх улы Әлибаев һәм мәктәптең элекке директоры Камил Ғәйнетдин улы Шәрәфетдиновтың яҡты иҫтәлегенә йыл һайын ауылдаштарына ҙур саңғы байрамы уҙғара. Быйылғы туғыҙынсы саңғы фестивале лә юғары кимәлдә булды.

Сара Ватанды һаҡлаусылар көнөнә тура килгәнлектән Тирмән ауылы халҡы һәм ҡунаҡтар иң тәүҙә махсус хәрби операцияла һәләк булған яугир ауылдаштары, Батырлыҡ ордены кавалеры Айрат Асуан улы Заһитовтың мәктәптәге мемориаль таҡтаташына сәскәләр һалды.

Ҡышҡы спорт фестивале майҙанына Арҡауыл, Лағыр, Янғантау, Тирмән урта мәктәптәре, Дыуан районының Мәсәғүт лицейы саңғысылары йыйылды. Тирмән ауыл биләмәһе башлығы Альфрит Зарипов тырышлығы менән саңғы ярышы уҙғарылған майҙанға юл һәм автомобилдәр, мәктәп автобустарына урын ҡарҙан матур итеп таҙартылғайны. Ауыл ситендәге ҡайынлыҡ араһында ойошторолған старт майҙаны, саңғы трассаһы ҙур ярыштар кимәлендә йыһазландырылғайны: флагтар, фотолар һәм мәғлүмәттәр төшөрөлгән баннерҙар, сағыу төҫлө таҫмалар менән биҙәлгәйне. 

Спортсыларҙы район хакимиәте башлығы Марс Кашапов, район Советы рәйесе Ринат Әбдрәшитов, хәрби-иҫәп пункты начальнигы Флорида Ханова, бағыусылар: “Йоматау” шифаханаһы директоры урынбаҫары – баш врачы Айҙар Әлибаев, Өфөнөң “Ринта” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Булат Шәрәфетдинов,  Сафуан Әлибаев исемендәге Тирмән урта мәктәбе директоры Лариса Мөхәмәтова ҡотлап, уларға уңыштар теләне.

– Тирмән ауылында төньяҡ-көнсығыш кимәлендә саңғы ярышы уҙғарыу яҡшы йолаға әүерелде. Быйыл Башҡортостанда Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы тип юҡҡа ғына иғлан ителмәне. Әнүәр һәм Айҙар Әсүәт улдары, Булат Камил улы, ошондай ҙур саралар ойоштороп, тыуған ауылдарына ҙур ярҙам күрһәтәләр, – тине Марс Фәррәх улы үҙенең сығышында. – Спорт менән дуҫ булырға кәрәк. Спорт – ул батырлыҡ, спорт – ул мәҙәниәт, спорт – ул сәләмәтлек. Унда еңеүселәр һәм еңелеүселәр булмай, спортта бөтәһе лә еңә. Уңышлы старттар һеҙгә!

Хакимиәт башлығы бағыусыларға рәхмәт белдереп, районда балалар спортын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәндәре өсөн уларға миҙалдар тапшырҙы.

Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Павел Томилин был ҙур сара Тирмән ауылын саңғы ярышы үҙәгенә әйләндереүен билдәләне.

– Был фестиваль хаҡында бөтә Рәсәйҙә беләләр, үҙәк матбуғат баҫмаларында яҙалар, кемдәр улар Әлибаевтар, Шәрәфетдинов, Тирмән ауылы, бында ниндәй тренерҙар эшләүе тураһында барыһы ла хәбәрҙар, – тине ул.

Тантанала Тирмән урта мәктәбенең иң шәп саңғысылары Алмаз Заһитов, Дияз Ғатауллин, Азалия Нурыева, Дилә Нурыева, Даллер Мөьминов иҫтәлекле кубоктар менән бүләкләнде.

Шулай итеп, ярышҡа старт бирелде. Елһеҙ яҡшы һауа торошо, байрам кәйефе ярышты матур итеп үткәрергә форсат бирҙе. Бөтәһе 8 старт булды. Көйәрмәндәрҙең дәртләндереп тороуы йәш спортсыларға көс-ҡеүәт, сәм өҫтәне.

2012–2013 йылғы ҡыҙҙар араһында 1 километрға йүгереүҙә Тирмән урта мәктәбе уҡыусылары Дарина Фәхретдинова һәм Гөлназ Фәхретдинова 1-се, 2-се урындарҙы алды. 3-сө урында – Мәсәғүт лицейынан Элина Сафина. Шул уҡ йылғы малайҙар араһында 1 километрға уҙышта почет пьедесталының барлыҡ өс баҫҡысын да Тирмән мәктәбе уҡыусылары Артур Бәҙретдинов, Батыр Ғатауллин һәм Йәмил Йосопов яуланы.

2010–2011 йылғы ҡыҙҙар араһында 2 километрлыҡ дистанцияла урындағы мәктәп уҡыусылары Дилә Нурыева, Аделина Төлкөбаева, Алина Ҡыҙылбаева еңеүсе һәм призерҙар булды. Малайҙар араһында 1-се урынды Даллер Мөьминов (Тирмән), 2-се – Степан Косвинцев (Мәсәғүт), 3-сө урынға Никита Рябов (Янғантау) сыҡты.

2008–2009 йылғы үҫмер ҡыҙҙар араһында 2 километрға ярышта Тирмәндән Азалия Нурыева еңеүсе булды. Эльвина Сафина (Мәсәғүт) – 2-се, Аделина Хәмиҙуллина (Тирмән) 3-сө урын алды. Үҫмер егеттәр 3 километрға уҙышты. Улар араһында ла Тирмән мәктәбенән Алмаз Заһитов финиш һыҙығын беренсе булып үтте. Дмитрий Свечников (Янғантау) һәм Айҙар Хәйретдинов (Тирмән) 2-3-сө урындарҙы үҙ-ара бүлеште. 

2005–2007 йылғы ҡыҙҙар араһында 2 километр дистанцияла 1-се һәм 2-се урындарҙы Тирмәндән Гөлдәр Исламетдинова менән Вилена Төлкөбаева алды. 3-сө урынға Янғантауҙан Ангелина Ғәзизова лайыҡ булды. Егеттәр араһында 3 километрға ярышта 1-се урынды Дияз Ғатауллин (Тирмән) яуланы, 2-се урынға – Алмаз Минһажев (Арҡауыл), 3-сө урынға Артем Якимов (Лағыр) сыҡты.           

Дөйөм команда иҫәбендә быйыл да майҙан хужалары – Тирмән урта мәктәбе саңғысылары (тренерҙары – Ринат Байгилдин) чемпион Кубогын алды. Янғантау урта мәктәбе (Әлфиә Ғималетдинова) – 2-се, Лағыр урта мәктәбе (Вадим Ҡазыев) 3-сө урынға лайыҡ булды. Эстафета ла уҙғарылды. Бында Тирмән урта мәктәбенең ике командаһы ла еңеүсе һәм көмөш призер булды. Янғантау урта мәктәбе командаһына 3-сө урын бирелде.

Тирмән ауылында йыл һайын үткән был саңғы фестиваленең үҙенсәлеге шунда: спортсыларҙы шәхси иҫәптә һәр йәш категорияһы буйынса 6-сы урынға тиклем бүләкләү ҡаралған. Улар һәр ҡайһыһы спорт рюкзактары менән бүләкләнде. Еңеүселәр һәм призерҙарға миҙалдар, дипломдар, айырым ҡиммәтле приздар тапшырылды. Эстафетала ҡатнашыусы балалар йомшаҡ уйынсыҡтар, туптар алып ҡыуанды. Ә иң мөһиме – район мәктәп уҡыусыларының ярыш һөҙөмтәләре ГТО (“Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер”) программаһы нормативтарына индереләсәк. 

Сара һуңында педагогик хеҙмәт ветераны Фәриҙә Йомаҙилова яҡташтарына изге тәләктәрен еткерҙе. Айҙар Әлибаев һәм Булат Камалетдинов киләһе йылға был фестивалдең 10 йыллығын тағы ла ҙурлап үткәрерәсәктәрен белдерҙе. Ярышыусылар ғына булһын, сараның йыллыҡ приз фонды 100 мең һум тәшкил итә. Бына өсөнсө йыл Тирмән ауылындағы саңғы байрамы “Атайсал” республика проектына ярашлы уҙғарылды. Сараның бағыусылары ауылға бүләк иткән ялан кухняһында һалдат бутҡаһы бешерелде, сәй ҡайнатылды. Эргәлә өҫтәл ултыртып, аласыҡ ҡоролғайны. Ауылдың уңған хужабикәләре Гүзәлиә Исламетдинова, Гөлназ Заһитова, Рәсимә Вәлиева, Алһыу Төлкөбаева ярышта ҡатнашҡан уҡыусыларҙы, ҡунаҡтарҙы итле ҡарабойҙай бутҡаһы, эҫе сәй менән һыйланы. 

ххх

Мәҡәләне гәзиткә баҫтырырға әҙерләгәндә Айҙар Әсүәт улы Әлибаевтың ҡапыл вафат булыуы хаҡында ҡайғылы хәбәр килде. "Йүрүҙән" гәзите редакцияһы мәрхүмдең яҡындарының һәм туғандарының ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлаша.

Саңғы ярышы – ауылға ҙур байрам
Саңғы ярышы – ауылға ҙур байрам
Саңғы ярышы – ауылға ҙур байрам
Саңғы ярышы – ауылға ҙур байрам
Саңғы ярышы – ауылға ҙур байрам
Саңғы ярышы – ауылға ҙур байрам
Саңғы ярышы – ауылға ҙур байрам
Саңғы ярышы – ауылға ҙур байрам
Саңғы ярышы – ауылға ҙур байрам
Саңғы ярышы – ауылға ҙур байрам
Саңғы ярышы – ауылға ҙур байрам
Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: