Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
17 Февраль 2023, 15:00

"Яҡташтар берлеге – изге эштәр өсөн"

Салауат районының Әлкә ауылында "Яҡташтар берлеге – изге эштәр өсөн" форумы үтте. Сара Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы һәм ауылдың "Айыҡ ауыл – 2022" республика конкурсында ҡатнашыуы сиктәрендә ойошторолдо.

"Яҡташтар берлеге – изге эштәр өсөн"
"Яҡташтар берлеге – изге эштәр өсөн"

Форумды Әлкә ауыл биләмәһе башлығы Әлфиә Садиҡова асты. Унда мәҙәниәт бүлеге начальнигы Илнур Вәлиев, социаль-мәҙәни ял үҙәгенең методик бүлеге мөдире Светлана Вәлиева, мәғариф бүлеге начальнигы Әлфиә Кәримова, Салауат Юлаев музейы мөдире Зилә Садиҡова, "Янғантау" геопаркы вәкилдәре, ауыл халҡы, эшҡыуарҙар ҡатнашты.

Форум эше урындағы туристик потенциалды – үҙенсәлекле мәҙәни-тарихи һәм тәбиғи мөхитте файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелеген күтәреүгә йүнәлтелгәйне. Бында башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың тыуған төйәге. Уның исеме республикабыҙҙа йәшәүсе һәр кемгә ҡәҙерле һәм яҡын бит.

Башҡорт музыка ҡоралдарын эшләүсе данлыҡлы яҡташыбыҙ Вәкил Шөғәйеповтың Әлкә ауылында музейы асыласаҡ. Уның улы Али Шөғәйепов та форумда ҡатнашты һәм музейға атаһының әйберҙәрен тапшырасағын белдерҙе. Ауылдың ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Ләлә Кәримова этнойорт ойоштороу идеяһын хуплап, үҙенең тәҡдимен индерҙе, ошо йүнәлештә эш башланғанын еткерҙе.

"Был форум бик мөһим булды: беҙ ауылыбыҙ биләмәһендә туризмды үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙек, яҡшы әҙерләнгән проекттар менән таныштыҡ", – тип хәбәр итәләр "Әлкә – Айыҡ ауыл – 2022" төркөмөндә.

"Яҡташтар берлеге – изге эштәр өсөн" форумы йомғаҡтары буйынса түбәндәге ҡарарҙар ҡабул ителде: "Айыҡ ауыл" республика конкурсы гимнын презентациялау; Әлкә ауылында этнойорт асыу; ҡурай эшләү оҫтаханаһын һәм Вәкил Шөғәйеповтың музейын асыу; "Бәлхиә усағы" уникаль тәбиғәт объектын асыу; "Янғантау" геопаркы менән хеҙмәттәшлек итеү һ.б. 

Форумды ойоштороусылар булып Салауат районының мәҙәниәт бүлеге, мәғариф бүлеге һәм Әлкә ауыл советы биләмәһе хакимиәте сығыш яһаны.

Фото: Алькино – Трезвое село – 2022.

"Яҡташтар берлеге – изге эштәр өсөн"
"Яҡташтар берлеге – изге эштәр өсөн"
"Яҡташтар берлеге – изге эштәр өсөн"
"Яҡташтар берлеге – изге эштәр өсөн"
"Яҡташтар берлеге – изге эштәр өсөн"
Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: