Был хәл Дыуан районы Чертан ауылында булған.
Асыҡлауынса, 34 йәшлек ир ҡойонан иҫерек килеш һыу алмаҡсы булған. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул унда ҡолап төшөп, һәләк булған. Ирҙең кәүҙәһен ҡотҡарыусылар бер сәғәт буйына һыуҙан сығарған. Әлеге ваҡытта фажиғәнең сәбәптәре асыҡлана.