Бөтә яңылыҡтар
Фажиғә
22 Ғинуар 2021, 12:10

Фура менән юл-транспорт ваҡиғаһында ике өлкән кеше һәм ике бала һәләк булған

22 ғинуарҙа иртән трассала үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Башҡортостан Республикаһының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, М-5 Һамар – Өфө — Силәбе автомобиль юлының 1483-сө саҡрымында Volkswagen Polo һәм Mercedes йөк машинаһы бәрелешкән.

Ҡот осҡос аварияла еңел автомобилдәге дүрт кешенең: рулдә ултырған ҡатынтың, ирҙең һәм ике баланың ғүмере өҙөлгән.

Мәғлүмәт аныҡлана, урында полиция хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа экстрен хеҙмәттәр эшләй.

Читайте нас: