Бөтә яңылыҡтар
Фажиғә
21 Ғинуар 2021, 17:50

Юл фажиғәһендә зыян күргән ҡыҙ авиация менән Өфө клиникаһына килтерелде

Салауат районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһында зыян күргән ҡыҙ вертолет менән район дауаханаһынан Республика балалар клиник дауаханаһына килтерелде.

Салауат районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһында зыян күргән ҡыҙ вертолет менән район дауаханаһынан Республика балалар клиник дауаханаһына килтерелде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, авария 10 ғинуарҙа Кропачево – Мәсәғүт – Әчит трассаһында Салауат районы Татар Малаяҙы ауылы янында булған. Ике Ford Transit автобусы бәрелешкән, тип хәбәр итте «Башинформ». Беренсе автобуста ултырған 15 пассажирҙан алты йәшлек малай һәм 13 йәшлек ҡыҙ йән биргән. Аҙаҡ Малаяҙ үҙәк район дауаханаһы реанимацияһында тағы ла бер йәш пассажир – Шишмә районынан 17 йәшлек ҡыҙ яҡты донъя менән хушлашҡан.

Уның 13 йәшлек һеңлеһе лә аварияла ҡот осҡос йәрәхәттәр алған. Ул оҙаҡ ҡына ауыр хәлдә район дауаханаһында ятты.

«Салауат ерендә» гәзитенең үҙәк район дауаханаһы мөдире Илнур Хәкимйәновҡа һылтанма менән хәбәр итеүенсә, ошо көндәрҙә ҡыҙ вертолет менән Республика балалар клиник дауаханаһына оҙатылған. Табип әйтеүенсә, үҫмерҙең хәле яҡшырған. Ҡыҙыҡай һауыға башлаған.

Читайте нас: