Бөтә яңылыҡтар
Фажиғә
1 Сентябрь 2020, 13:35

Ҡыйғыла авария

Кисә кис, 31 августа Ҡыйғы районында ҡот осҡос авария теркәлде. Ул киске сәғәт унынсы яртыла булған.

Кисә кис, 31 августа Ҡыйғы районында ҡот осҡос авария теркәлде. Ул киске сәғәт унынсы яртыла булған.
Үрге Ҡыйғы ауылының Ленин урамында 23 йәшлек ошонда йәшәгән егет “Лада Приора” автомобилендә ағасҡа барып бәрелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәрелеш ныҡ көслө була һәм кешеләр урында һәләк була.
“Авария һөҙөмтәһендә водитель һәм уның ике пассажиры “ашығыс ярҙам” килеп еткәнсе һәләк була. Урында полиция һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй”, – тинеләр ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтендә.
bash.news порталы хәбәр итеүенсә, машина артынан сирена менән ҡыуғандар.
- Уларҙы сирена менән баҫтыралар ине. Ә был урында бигерәк текә боролош. Тиҙлеге ныҡ ҙур ине, сәғәтенә 120 километр булғандыр. Әлбиттә, ундай тиҙлек менән боролошҡа инә алманы. Машинанан бер нимә лә ҡалманы, ҡот осҡос күренеш, - тип һөйләй аварияның шаһиттары.
Фото: ЮХХДИ.
Читайте нас: