Байкал аръяғында Чита-Сретенск юлында пассажир автобусы күперҙән йылғаға килеп төшкән. Әлегә 19 кеше һәләк булғаны билдәле. Улар араһында ике бала ла бар. Билдәле булыуынса, автобустың алғы яҡ тәгәрмәсе шартлаған булған. Һуңынан ул идараны юғалтып, күперҙән төшөп киткән. Бөгөн матәм көнө тип иғлан ителгән.