Бөтә яңылыҡтар
Фажиғә
13 Ноябрь 2019, 17:49

Нәсибаш яғында авария: ике кеше һәләк булды

Бөгөн иртән Малаяҙ – Үрге Ҡыйғы юлында үлемесле юл-транспорт фажиғәһе теркәлде.

Бөгөн иртән Малаяҙ – Үрге Ҡыйғы юлында үлемесле юл-транспорт фажиғәһе теркәлде.
ЮХХДИ бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, Мөрсәлим ауылынан, рулдәге ҡатын Нәсибаш яғында, автомобилгә идараны юғалтып, юл ситенә осҡан. Авария һөҙөмтәһендә ул үҙе һәм пассажир ҡатын, “тиҙ ярҙам” машинаһы килеп еткәнсе, ваҡиға урынында йән бирә. Өс пассажир ир ауыр хәлдә район үҙәк дауаханаһына оҙатыла.
Юл инспекторҙары юлда иғтибарлы булырға, тиҙлек сиген һаҡларға, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра. Автомобилгә ултырғанда хәүефһеҙлек ҡайыштарын тағырға кәрәк икәнен дә онотмағыҙ!
Читайте нас: