Йүрүҙән
+1 °С
Болотло
Подписаться на Я.Новости
"Вконтакте"
"Одноклассники"
Телеграм-канал
Бөтә яңылыҡтар
Фажиғә
8 Ноябрь 2019, 14:03
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллин арабыҙҙан китте
7 ноябрҙә, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллин (әҙәби псевдонтимы Анатолий Генатуллин) 95-се йәшендә вафат булды.
7 ноябрҙә, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллин (әҙәби псевдонтимы Анатолий Генатуллин) 95-се йәшендә вафат булды.
Талха Йомабай улы Ғиниәтуллин 1925 йылдың 20 апрелендә Учалы районының Ураҙ ауылында тыуған. Иртә етем ҡала. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң Белоретта ФЗО мәктәбенә уҡырға инә. 17 йәшендә фронтҡа алына, Ленинградтан алып Германияға тиклем яу юлдарын үтә. III дәрәжә Дан ордены, I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, миҙалдар менән бүләкләнә.
Һуғыштан һуң А.М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлай. Тиҫтәләрсә хикәйәләр, повестар, романдар авторы. Төрлө йылдарҙа уның «Мышағар», «Айыу таш», «Алтын бишегем» һәм башҡа китаптары баҫылып сыға.
1955 йылдан Мәскәүҙә йәшәй, ләкин йәй көнө тыуған Ураҙ ауылына ҡайтып йөрөй. Һуңғы йылдарҙа Учалы ҡалаһында йәшәне.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы, Учалы районының почетлы гражданы.
http://www.bashinform.ru/news/1376025-umer-narodnyy-pisatel-bashkortostana-talkha-giniyatullin/
Читайте нас:
Новости партнеров
Синоптиктарға ышанырғамы, Рәйес бабайғамы?
“Җиде бала үстек әткәй белән...”
О чём говорят немые колонны Уфы