Бөтә яңылыҡтар
Фажиғә
28 Октябрь 2019, 12:01

Фажиғә сәбәптәре асыҡлана

Забайкальский крайҙа хәрби частә 8 кешене атып үлтергән, ике кешене яралаған Рәмил Шәмсетдиновҡа енәйәт эше асҡандар. Тикшереү бара.

Забайкальский крайҙа хәрби частә 8 кешене атып үлтергән, ике кешене яралаған Рәмил Шәмсетдиновҡа енәйәт эше асҡандар. Тикшереү бара.


Шәхси проблемалары арҡаһында нервыһы ҡуҙғып, үҙен тыя алмаған, тип бара часть етәкселеге. Ә Рәмилде белеүселәр уның имен ғаиләлә тәрбиәләнеп, тыныс тәбиғәтле икәнен, ябай нервы ҡуҙғыуы арҡаһында ғына был хәлгә бармаҫ ине, тип раҫлай.


Фажиғә тамырҙарының командир Пьянковҡа барып тоташыуы бик тә мөмкин.


2016 йылда өлкән лейтенант Пьянковтың ҡулы аҫтында взводта хеҙмәт иткән бер һалдат, офицерҙың нисек уларҙы даими рәүештә кәмһетеүен, мәсхәрәләүен һөйләгән.


Взвод командиры төндәр буйы һалдаттарға йоҡларға ирек бирмәй, противогаз менән химзащита кейемен кейҙереп, һаҡ хеҙмәте уставын ятларға, үҙәк үтеү юлында теҙеп ҡуйып, ҡымшанмай сафта торорға мәжбүр иткән, башҡаса ла ыҙалатҡан (бер һалдаттың һөйләүенсә, тәүге тапҡыр ҡарауылға баҫыр алдынан уны Пьянков дүрт тәүлек дауамында йоҡлатмай, төндәр буйы уставты ятлаттырған, бынан тыш төндәрен бишәр сәғәт буйына ул һалдаттарҙы химзащита кейемен бер кейҙереп, бер систереп йонсотҡан).


Тап өлкән лейтенант Пьянковты Рәмил иң тәүгеләрҙән атып үлтергән дә инде.


Сабырлығы шартлап һынып, ҡоралға тотонғандыр, ахыры.


Бынан тыш был хәрби частә милли йәһәттән дә егетте кәмһетеүҙәр булыуы ихтимал, тиҙәр.


Армияға тиклем үҙ-үҙенә ышанған, йылмайып-көлөп кенә торған Рәмилдең күҙ нурҙары һүнгән...



Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА

Фото: Т.Аманов.