Бөтә яңылыҡтар
Фажиғә
14 Октябрь 2019, 13:03

Оло йәштәге ир һатыусының ҡулында үлде

"Был ваҡытта урам уртаһында ятҡан ирҙең һәм минең яндан әллә күпме кеше үтте. Әммә күптәр иғтибар итмәй, эргәмдән үтте"Оло йәштәге ир һатыусының ҡулында үлде

Үткән аҙнала Малаяҙ ауылында уҙғарылған йәрминкәлә күңелһеҙ хәл теркәлде – оло йәштәге ирҙең ҡапыл хәле насарайып, үлеп китте.

Малаяҙ ауылында йәшәүсе 86 йәшлек ир йәрминкәлә кәбеҫтә һатҡан урынға килә лә, хәле насарайып, йығыла башлай:

- Әле генә кәбеҫтә ҡарап торған ир ҡапыл минең күҙ алдымда ултыра төштө лә, йығыла башланы. Мин уны тиҙ генә тотоп алып, ергә һалдым. Баш аҫтына өҫкө кейемемде лә ҡуйҙым. Әммә минең бер ваҡытта ла шундай ғәҙәттән тыш хәлдәргә осрағаным булманы, юғалып төштөм. Шуныһы аяныслы, был ваҡытта урам уртаһында ятҡан ирҙең һәм минең яндан әллә күпме кеше үтте. Әммә бер кешенән башҡа береһе лә иғтибар итмәне, - тип һөйләй кәбеҫтә һатыусы Гөлшат.

Ярҙамға килгән ир Малаяҙ үҙәк дауаханаһы табибы була. Ул был ваҡытта үҙенең эше менән китеп барған була һәм ерҙә ятҡан оло кешене күргәс, ярҙамға ашыға. Әммә пенсионерға ярҙам итә алмайҙар, ул тиҙ ярҙам килгәнсе, йән биргән.

------

Мужчина умер прямо на руках продавщицы. Утром пенсионер пришел на ярмарку, которая проходила в райцентре.

- Все случилось в один миг. Пожилой мужчина подошел к столику с капустой. Вдруг он на моих глазах стал оседать и упал. Я подбежала к нему, пыталась как-то помочь, подложила ему под голову свою куртку, но я никогда не сталкивалась с подобной ситуацией и растерялась. Все видели, что посредине дороги лежит человек и ему плохо, но кроме одного мужчины НИКТО не подошел. Все просто проходили мимо. Он умер у меня на руках”, - рассказывает продавщица капусты Гульшат.

На помощь пришел врач ЦРБ с. Малояз, он в этот момент проходил мимо. Но к сожалению, 86 летнего мужчину, жителя с. Малояз спасти не удалось, он умер до прибытия скорой помощи. По предварительным данным причиной смерти стал сердечный приступ.
Читайте нас: