Бөтә яңылыҡтар
Фажиғә
12 Сентябрь 2019, 16:45

Авария фажиғә менән тамамланды

Кисә Урмантау- Бишәүҙәр юлында фажиғәле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде.

Кисә Урмантау- Бишәүҙәр юлында фажиғәле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. Салауат районы буйынса ЮХХДИ начальнигы Салауат Саҙрыев әйтеүенсә, Бишәүҙәр ауылында йәшәүсе 31 йәшлек ир Урал мотоциклы менән китеп барғанда юлдан ситкә сығып осҡан. Үкенескә күрә, тиҙ ярҙам килгәнсе, ул йән биргән булған. Уның алдан транспорт менән иҫерек килеш идара итеүе сәбәпле, водитель хоҡуғынан мәхрүм ителеүе,мотоциклы теркәлмәгән булыуы билдәле. Ир башына махсус шлем кеймәгән булған. Уның эскән булыуы ихтимал. Был ваҡиға буйынса тикшереү бара.
-----------------------
В Салаватском районе произошла очередная трагедия на дороге – вчера вечером на дороге Урмантау-Бешевлярово разбился 31-летний мотоциклист.
Начальник ОГИБДД по Салаватскому району Салават Садриев пояснил, что житель с. Бишевлярова ехал на мотоцикле Урал дороги съехал в кювет и опрокинулся. К сожалению, мужчина погиб на месте аварии. Известно, что водитель ехал на незарегистрированном мотоцикле без шлема и до происшествия был лишен прав и вероятно был пьян. Экспертиза установит был ли он трезв в момент трагедии.