Бөтә яңылыҡтар
Фажиғә
10 Сентябрь 2019, 16:03

Янғында йорт хужабикәһе һәләк булды

Мөрсәлимдә янғын сығып, йорт хужабикәһе һәләк булды.

Был хәл 7 сентябрҙә көндөҙгө сәғәт 3-тә теркәлә. Ауыл биләмәһенән хәбәр итеүҙәренсә, ағас йортта 1951 йылғы ҡатын бер үҙе генә йәшәгән булған.

Утты һүндереүҙә ауыл халҡы әүҙем ҡатнашҡан. Ваҡиға урынына тиҙ генә килеп еткән янғын һүндереүселәр уттың тирә-яҡҡа таралыуына юл ҡуймаған. Янғын һүндерелгәс, көл-күмер араһынан йорт хужабикәһенең үле кәүҙәһе табылған. Янғын һүндерелмәгән тәмәкенән сыҡҡан тип фаразлана. Әммә ауыл халҡы ҡатындың тәмәке тартмауын белдерә. Тәфтишселәр был хәл буйынса тикшереү алып бара.
-------------------------------------

В с. Мурсалимкино 7 сентября днем загорелся дом. В ходе тушения одноэтажного бревенчатого здания пожарные обнаружили труп хозяйки.


Погибшей оказалась 68-летняя женщина. По предварительным данным, возгорание произошло из-за неосторожного курения. Но местные жители утверждают, что женщина не курила.
В настоящее время проводятся проверочные мероприятия, направленные на установление всех обстоятельств произошедшего, в том числе точной причины и очага возгорания.
Читайте нас: