Бөтә яңылыҡтар
Фажиғә
21 Ғинуар 2019, 12:08

Аварияла ике кеше йәрәхәтләнде

Үткән аҙнала Татар Малаяҙы ауылы эргәһендә йәнә бер авария теркәлде.

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хәбәр итеүенсә, юлда “ВАЗ-21074” һәм “Урал” автомобилдәре бәрелгән. Еңел автомобиль менән Салауат районында йәшәгән 46 йәшлек ир идара итһә, йөк автомобиленең водителе 53 йәшлек ир булған. Юл фажиғәһе һөҙөмтәһендә еңел автомобилдең водителе һәм уның пассажиры ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылған. Авария сәбәптәре әлегә асыҡлана.


Установлено, что произошло столкновение ВАЗ-21074 и Урала. За рулем легковушки находился 46-летний местный житель, а за рулем большегруза - 53-летний мужчина.

В результате аварии водитель отечественной легковушки и его пассажирка получили многочисленные травмы. Они были незамедлительно доставлены в больницу. Обстоятельства ДТП устанавливаются.
Читайте нас: