Бөтә яңылыҡтар
Фажиғә
31 Май 2018, 12:15

Мәсетле янында фура ауҙы, нефть түгелгән

30 майҙа Кропачево – Мәсәғүт – Әчит юлында 25 тонна нефть тейәгән “MAN” ҙур йөк машинаһы ауҙы. ЮХХДИ бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, 27 йәшлек водитель Мәсетле ауылы эргәһендәге текә боролошта (“ҡәйнә тел”дә) идара итеү һәләтен юғалтҡан. Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 1,3 тонна нефть ергә түгелгән.

30 майҙа Кропачево – Мәсәғүт – Әчит юлында 25 тонна нефть тейәгән “MAN” ҙур йөк машинаһы ауҙы.

ЮХХДИ бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, 27 йәшлек водитель Мәсетле ауылы эргәһендәге текә боролошта (“ҡәйнә тел”дә) идара итеү һәләтен юғалтҡан. Ул Дыуан районының Мәтәле ауылы янындағы нефть сыҡҡан урындан тейәнеп килгән булған. Шофер төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 1,3 тонна нефть ергә түгелгән. Эҙемтәләрҙе бөтөрөү өсөн ваҡиға урынына Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм Экология министрлығы белгестәре килгән. Нефть түгелгән 200 квадрат метр майҙанды трактор менән һөрөп уратып алғандар. Бында тупраҡты утилләштереү һәм ерҙе рекультивациялау ҡаралған. БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Мәсәғүт ауылындағы территориаль комитеты әйҙәүсе белгес-эксперты Илнур Әбғәлимовтың һөйләүенсә, тирә-яҡ мөхиткә килтерелгән зыян күләмен Өфөнән килгән махсус лаборатория белгестәре баһалаясаҡ.
Читайте нас: