Салауат районында һуңғы йылдарҙа туризм йылдам үҫешә. Сөнки республикала туризм өлкәһендә һөҙөмтәле дәүләт механизмдары һәм ярҙам саралары булдырылған. Улар тармаҡҡа юғары конкуренция шарттарында әүҙем үҫешергә мөмкинлек бирә.
“Янғантау” геопаркы булдырылып, уның ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар селтәренә инеүе Салауат районында туризм үҫешенә ҙур этәргес бирҙе. Рәсәйҙә беренсе “IDRIS TRAVEL” туристик коворкингы асылды, дүрт ял базаһы, шул иҫәптән ике тирмә кемпингы эшләй. Геопаркка көньяҡтан кергән яҡта тағы бер ҙур тартыу нөктәһе булып Иҙрис мәмерйәһе тора, уның янында “Мәмерйә эргәһендә” кемпингы булдырылды.
БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы мәғлүмәте буйынса, “Янғантау” геопаркы биләмәһендә дөйөм инвестициялар күләме 210 миллион һумлыҡ ике өҫтөнлөклө инвестиция проекты тормошҡа ашырыла – “Ҡурай парк” этноглэмпингы һәм “Иркен һулыш” глэмпинг-паркы. Башҡортостандан модулле капиталь булмаған урынлаштырыу сараларын булдырыуға субсидиялар биреү буйынса Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы конкурсына 116 инвестиция проекты ебәрелгән, шуларҙың дүртәүһе – “Янғантау” биләмәһендә. Шулай уҡ 2025 йылға “Мәсетле” киҫелешен төҙөкләндереү планлаштырыла.
Әйтергә кәрәк, Башҡортостандың тағы бер геопаркы – “Торатау” быйыл ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар селтәренә инде.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров апрелдә Салауат районына эш сәфәре менән килгәндә Яңы Ҡаратаулы ауылы янында төҙөлгән “Иркен һулыш” глэмпингы менән танышты. Йүрүҙән ярында дөйөм майҙаны 11,6 гектар булған глэмпинг төҙөү буйынса инвестиция проектын “Азатлыҡ – асыҡ курорт” компанияһы тормошҡа ашыра. Бында киләсәктә 46 эш урыны булдырыласаҡ. Инициативаны өҫтөнлөклөләр иҫәбенә индереү мәсьәләһе 2023 йылда “Инвестиция сәғәте”ндә ҡаралды. Эшҡыуарға сауҙа үткәрмәйенсә ҡуртымға ер участкаһы бирелгән, шулай уҡ республика инженер һәм коммуналь инфраструктура булдырыуға сығымдарҙы компенсациялау рәүешендә ярҙам күрһәткән.
Компания директоры Дмитрий Масков һөйләүенсә, глэмпингта бөтәһе 84 урынлыҡ 28 торлаҡ модуле буласаҡ. Шулай уҡ 50 урынлыҡ панорамалы ресторан, йога менән шөғөлләнеү өсөн модуль, Sky Spa тәьҫораттар мунсаһы, инфинити бассейны, йәйге кинотеатр, балалар һәм волейбол майҙансыҡтары, визит-үҙәк төҙөлә. Рәсәйҙә был мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн беренсе глэмпинг буласаҡ. Улар өсөн йыл әйләнәһенә эшләгән “Сикһеҙ мөмкинлектәр өлкәһе” йорто төҙөлә.
Башҡортостанда, шул иҫәптән районда туризмды үҫтереү туристарҙы йәлеп итеп кенә ҡалмай, шулай уҡ урындағы предприятиеларға ярҙам итә һәм төбәктең, муниципалитеттың иҡтисади үҫешенә булышлыҡ итеп, эш урындары ла булдыра.
Малаяҙ башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Илфат Исмәғилев йүнселлек менән 2016 йылдан бирле шөғөлләнә. Ул үҙенең бизнесын Йүрүҙән йылғаһы буйына тирмәләр ҡуйып, туристарҙы ҡабул итеүҙән башлай.
– Эшҡыуарлыҡҡа килгәнсе шәхси хужалығымда йорт ҡуяндары үрсетеп ҡараным, аҙаҡ балсыҡтан көршәктәр яһап, һатыуға сығарҙым. Һуңынан районда ҡунаҡхана туризмын үҫтереү буйынса бизнес асырға булдым. Сөнки беҙҙең уҡытыусы ғаиләһенә йәйге отпускы мәлендә ошондай эш менән шөғөлләнеү ҡулай ине. Ҡатыным Алия менән ике тирмә яһап, Йүрүҙән буйына ҡуйып, унда туристарҙы йәлеп итә башланыҡ. Ул урын, тәбиғәте матур булһа ла, ямғырҙар мәлендә еңел автомобиль менән үтеп булмауы сәбәпле, уңайһыҙ ине. Шуға Иҙрис ауылы ситенән ер алып, унда “Шайтан-Көҙәй” тирмәләр комплексын төҙөнөм, – ти Илфат Рифат улы.
Илфат Исмәғилев үҙенең бизнес проектын Салауат районы Хакимиәтендәге “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә тәҡдим итә. Бизнес-шериф ярҙамы менән республиканан 4,5 млн. һум аҡса бүленә. Малаяҙ йүнселе үҙенең дә аҡсаһын ҡушып, дөйөм 6 млн. һумлыҡ проектты тормошҡа ашырып, Иҙрис ауылы эргәһендәге аҡлан ситенә туристик коворкинг ултырта. “IDRIS TRAVEL” тип аталған туристик үҙәк 2021 йыл аҙағында асылды. Һуңынан Илфат Рифат улы район хакимиәте ярҙамы менән БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы үткәргән конкурста ҡатнашып, уның һөҙөмтәһендә алған дәүләт субсидияһы ярҙамында һәм берлектә финанслау шарттарында үҙ инвестицияһын һалып, “Мәмерйә эргәһендә” кемпинг проектын тормошҡа ашыра. Дөйөм был проектҡа 3,5 млн. һум аҡса йүнәлтелгән. Яңы туристик объект 2024 йылдың яҙында асылды.
Башҡортостанда туризм үҙенсәлекле тәбиғәт һәм мәҙәни мираҫ арҡаһында үҫеш өсөн юғары потенциалға эйә. Республикала туристар йәлеп итеүгә һәм инвестицияларға булышлыҡ иткән яңы туристик объекттар төҙөлөшө әүҙем алып барыла.