Акция "Экологик именлек" милли проекты сиктәрендә үтә, халыҡтың көсөн тәбиғәт байлыҡтарын һаҡлауға берләштерә. Ойоштороусы булып "Экосистема" йәмәғәт хәрәкәте сығыш яһай, ә дөйөм эшкә һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала.
"Йәшел эштәр марафоны"ның иң күләмле сараларының береһе – "Рәсәй һыуы" Бөтә Рәсәй акцияһы. Өфөлә 1,4 меңдән ашыу кеше – ведомстволар, предприятиелар, уҡыу йорттары һәм йәмәғәт ойошмалары хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр Инорс биҫтәһендәге өс һыу ятҡылығында эшләне. Акция сиктәрендә улар бөтәһе 25 кубометр сүп-сар йыйҙы, Йылы (Теплое) һәм Щучье күлдәре, шулай уҡ Ҡариҙел йылғаһы ярҙарының 5 километрын таҙартты. Акцияны Экология министрлығы булышлығында Өфө хакимиәте ойошторҙо. Йыйылыусылар шулай уҡ лекцияларҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, "Өфө муйынсағы" ("Уфимское ожерелье") буйлап йөрөнө, викториналарҙа белемдәрен тикшерҙе һәм бының өсөн алмалар алды.
"Йәшел эштәр марафоны" сиктәрендә башҡа бик күп саралар үтә. Йәйге лагерҙарҙан уҡыусыларға сүп-сарҙы айырым йыйыу тураһында һөйләнеләр, улар "Ылымыҡтарға ҡапҡас", "Батарейка" һәм "Бумбатл" проекттарында ҡатнашты. Шулай уҡ бай экопрограмма менән айырылып торған "Бөрө яры" фестивале үтте. Уның сиктәрендә балалар өсөн "Эколидерҙар" байрамы, "Йәшел төҫтәге ҡала" эко-фесты, "Яр буйлап йүгереү" эко-трейлы һәм велотурҙар үтә. Ҡатнашыусылар көнүҙәк мәсьәләләрҙе өсөнсө экологик форумда тикшерҙе.
Марафон шулай уҡ ағастар ултыртыуҙы һәм уларҙы ҡарауҙы, хайуандар өсөн приюттарға ярҙам күрһәтеүҙе һәм башҡа файҙалы эштәрҙе күҙ уңында тота.
Социаль селтәрҙәрҙә марафон челленджын һәр кем хуплай ала: бының өсөн #экосистема #марафонзеленыхдел хештегтары менән экотемаға пост ҡуйыу ҙа етә.
Фото: Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.
Галина ТРЯСКИНА.
"Республика Башкортостан" гәзите.