Быйыл акцияға эшҡыуар Илнур Хөббөтдинов, Кәлсер төп дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары, шулай уҡ Кшанны ауылы халҡы ҡушылды, тип хәбәр итә "Республика Башкортостан" баҫмаһы "Ауырғазы хәбәрҙәре" гәзитенә һылтанма менән.
Акцияның маҡсаты - балыҡтарҙы һәләк булыуҙан ҡотҡарыу. Февраль-март айҙарында һыу ятҡылыҡтарындағы, боҙҙоң ҡалынлығы сәбәпле, унда кислородҡа ҡытлыҡ башлана. Балыҡҡа кешеләр боҙҙа мәке уйып ярҙам итә ала. Боҙҙағы тишек аша һауа һыуға үтеп инә. Акцияла ҡатнашыусылар "ҡырмыҫҡа иләүе" технологияһы буйынса тишектәр яһаған. Уның асылы шунда: тәүҙә боҙҙа тишек яһайҙар, яртылаш ҡар менән ҡаплайҙар, һуңынан епшек ҡарҙан "ҡоҙоҡ" эшләйҙәр һәм уны ҡапҡас менән ҡаплайҙар. Конструкцияны ла ҡар менән күмәләр. Ошо технология арҡаһында боҙ оҙағыраҡ туңмай.
Акцияла урындағы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре лә ҡатнашҡан. Кескәйҙәр мәке уйырға ярҙамлашыуҙан тыш, һыуға балыҡ селбәрәләрен дә ебәргән.
- Был акция тәбиғәт күҙлегенән ҡарағанда ғына түгел, балаларҙы тәрбиәләү ҙә мөһим. Беҙ үҫеп килгән быуынды тәбиғәт байлыҡтарына һаҡсыл ҡарарға өйрәтәбеҙ, - тип билдәләне ойоштороусылар.
Фото: Данил Андреев.