Бөтә яңылыҡтар
Экология
26 Декабрь 2024, 17:25

Башҡортостанда “Экология” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла

Яңы йыл алдынан Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов ведомство эшенә йомғаҡ яһаны.

Башҡортостанда “Экология” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла
Башҡортостанда “Экология” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла

– "Экология" милли проектының 6 йыллыҡ циклы яҡшы тамамлана, тип әйтергә була. Республика өс федераль проектта ҡатнашты. Сибай, Баймаҡ, Стәрлетамаҡ, Дәүләкән, Күмертау, Благовещен ҡалаларында эштәр тамамланған, 468 мең кеше йәшәү сифатын яҡшыртҡан, 56 гектарҙа сүплектәрҙе бөтөрөүгә ирештек. Үткән йыл дүрт сүплек буйынса эштәр теүәлләнһә, быйыл иһә Күмертау һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары ваҡытынан алда эштәрҙе тамамлауға иреште. Контейнерҙар һәм контейнер майҙансыҡтары һанын дүрт тапҡырға арттырҙыҡ. Хәҙер беҙҙә 90 меңгә яҡын контейнер бар. Район үҙәге операторҙары һөҙөмтәле эшләй. Республиканың төньяғында йәшәүселәр сүп-сарҙы сығарыу сифатынан бик ҡәнәғәт түгел ине, беҙ ул ҡаршылыҡты еңеп сыға алдыҡ. Яҡынса 180 млн. һум федераль аҡса йәлеп итеп, сүп-сарҙы айырып йыйыу өсөн 12 700 контейнер һатып алынды. Был эш шулай уҡ “Экология” милли проектына ярашлы башҡарылды. Быйыл һыу объекттарын реабилитациялау, йылға үҙәндәрен таҙартыу эштәре башҡарылды. Һауаның таҙа булыуына ныҡ иғтибар бирелә, – тине министр.

Нияз Фазылов белдереүенся, сүп-сар реформаһы башланған 2019 йылдан бирле Башҡортостанда 3 меңдән артыҡ сүплек бөтөрөлгән, шул иҫәптән 2024 йылда – 205. Бөгөнгә Башҡортостандың барлыҡ ауыл-ҡалаларында ҡалдыҡтарҙы сығарыу ойошҡан рәүештә башҡарыла.

– 2024 йылда сүп-сар сығарыуҙы мониторинглау системаһына транспорт сараларын күҙәтеү функцияһы индерелде. Ҡалдыҡтарҙы туплауҙың база инфраструктураһы булдырылды. Ил Президенты тарафынан 2030 йылға ҡалдыҡтарҙы 100 процент сорттарға айырыуҙы тәьмин итеү бурысы ҡуйылған. Әлеге маҡсаттарға өлгәшеү өсөн республикала ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү һәм утилләштереү буйынса өҫтәмә ҡеүәттәр булдырыла, – тип билдәләне ведомство еәтәксеһе.

Республикала һауа торошон мониторинглау системаһы булдырылған. Атмосфера һауаһын бысратҡан матдәләр сығарыуҙы кәметеү максаттарында быйыл йыл башында республиканың эре предприятиелары менән килешеүҙәр төҙөлгән. Башҡортостанда урмандарҙы тергеҙеү эше лә әүҙем алып барыла. “Экология» милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектына ярашлы 2024 йылда 15,3 мең ға майҙанда урмандар тергеҙелде.

Министрлыҡ эшенә РФ Дәүләт Думаһы депутаты, Экология, тәбиғи байлыҡтар һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау комитеты ағзаһы Зариф Байғусҡаров баһа бирҙе. Ул Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, сөнки Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме буйынса республикала милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙы контролдә тота.

"Минең ҡарашҡа, ведомство һөҙөмтәле эшләй. Мәҫәлән, Башҡортостан тарихында беренсе тапҡыр беҙ сүплектәрҙе рекультивациялауға федераль аҡса алдыҡ. 2024 йылда республиканың 1,5 млрд. һумлыҡ ҙур 6 сүплеген рекультивациялауға ирешелде. Һәм бында һүҙ проблемалы, шау-шыулы нөктәләр тураһында бара. Баймаҡта кешеләр даими рәүештә янған сүплеккә зарлана ине. Бөгөн ул урында үлән үҫә, таҙа. 5 йылдан һуң ул урынды маҡсатлы файҙаланылырға мөмкин. Дәүләт Думаһы етәкселеге тәҡдиме буйынса, мин рекультивация буйынса комиссион тикшереүҙәр уҙғарҙым, етди хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡланманы,” – тине “Өмет” гәзитенә Зариф Байғусҡаров.

БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Мәсәғүт территориаль комитеты рәйесе урынбаҫары Илнур ӘБҒӘЛИМОВ:

– Салауат районында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу буйынса төп мәсьәләләр тамамланды, әлегә ваҡ етешһеҙлектәр төҙәтелә. Район биләмәһендегә “Янғантау” геопаркына бәйле экология мәсьәләһенә айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Тәбиғәтте һаҡлау зоналары сиктәре үтәлә, хоҡуҡ боҙоусылар асыҡлана һәм язаға тарттырыла. Зарарлы матдәләрҙе сығарған предприятиелар юҡ. Дөйөм алғанда, районда экологик хәл яҡшы. Быға “Экология” милли проекты буйынса уҙғарылған экологик саралар ҙа булышлыҡ итә.

Автор фотолары.

Башҡортостанда “Экология” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла
Башҡортостанда “Экология” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла
Башҡортостанда “Экология” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла
Автор: Айдар Нугаманов
Читайте нас