Бөтә яңылыҡтар
Экология
14 Сентябрь 2023, 11:00

Башҡортостанда I «ГеоВызов» халыҡ-ара геологик чемпионаты үтә

16-22 сентябрҙә Рәсәй тарихында тәүге тапҡыр Башҡортостан Башлығы тәҡдиме менән һәм Рәсәйҙең Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлығы етәкселеге ярҙамында I «ГеоВызов» халыҡ-ара геологик чемпионаты уҙғарыла.

Башҡортостан осраҡлы һайланмаған! Тәбиғәтебеҙ уникаль, ә республика ҙур сараларҙы иң юғары кимәлдә үткәреүҙә ҙур тәжрибәгә эйә.

Чемпионат Өфөлә, Шишмә («Патриот» паркы) һәм Архангел (Асҡын киҫелеше) райондарында уҙасаҡ. Ҡатнашыусылар Торатауҙа һәм Красноусолда Башҡортостандың тәбиғи һәм геологик байлығы менән танышасаҡ. Унда Рәсәй төбәктәренән 20 команда, шул иҫәптән Красный Луч (ЛНР) ҡалаһынан команда һәм Ҡаҙағстандан бер төркөм ҡатнаша.

Чемпионатта ҡатнашыусыларҙы геологик ярыштар һәм конкурстар, мәҙәни һәм спорт саралары, экскурсияларға һәм музейҙарға барыу, геологик семинарҙар һәм оҫталыҡ дәрестәре көтә.

Автор:
Читайте нас: