Мәҫәлән, республикала законһыҙ сүплектәрҙе бөтөрөү буйынса планға ярашлы эш дауам итә.
– Дүрт йылда 2,3 меңдән ашыу законһыҙ сүплек юҡ ителгән, уларҙың 800-ҙән ашыуы – 2022 йылда. Ағымдағы йылда беҙ 852 сүплекте тулыһынса юҡ итәбеҙ, – тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.
«Экология» милли проектының «Таҙа ил» федераль проекты сиктәрендә 2024 йылдың аҙағына тиклем Баймаҡ, Сибай, Стәрлетамаҡ, Благовещен, Дәүләкән һәм Күмертау сиктәрендә урынлашҡан алты рөхсәтһеҙ сүплекте бөтөрөү ҡаралған. Был сараларҙы тормошҡа ашырыу ярты миллионға яҡын кешенең йәшәү сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк.
Әйтергә кәрәк, Башҡортостан Республикаһы иҡтисади йәһәттән үҫешкән төбәк булып тора һәм химия, нефтехимия, нефть эшкәртеү өлкәһендәге етештереү ҡеүәттәренә бай, был экологияға көсөргәнеште арттыра. Республикала был йүнәлештә атмосфера һауаһын мониторинглау системаһын үҫтереү буйынса эш алып барыла. Был тәүлек әйләнәһенә атмосфера һауаһының сифаты тураһында дөрөҫ мәғлүмәт алырға һәм предприятиелар, контролдә тотҡан органдар һәм хөкүмәт тарафынан оператив ҡарарҙар ҡабул итергә мөмкинлек бирә.
– Стәрлетамаҡ һәм Салауат предприятиелары 2030 йылға тиклем атмосфераға ҡалдыҡтарҙы сығарыуҙы 30 процентҡа кәметеүгә йүнәлтелгән саралар әҙерләне. Инвестицияларҙың дөйөм суммаһы бында 10 миллиард һумдан ашасаҡ, – тип һөйләне Андрей Назаров.
Республикала Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы, Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт, Башҡортостан Хөкүмәте һәм һәр предприятие араһында Стәрлетамаҡта һәм Салауатта бысратыусы матдәләрҙең күләмен кәметеү өсөн сараларҙы үтәү буйынса дүрт яҡлы килешеү төҙөү күҙаллана. Шулай уҡ республикалағы ҙур ҡалаларҙың атмосфераһын бысратыуға йыйылма иҫәп-хисап алып барыласаҡ.
– Республика Башлығы һәм хөкүмәте беҙҙең алға халыҡтың йәшәү сифатын һәм кимәлен күтәреү, тотороҡло иҡтисади үҫеште тәьмин итеү һәм республикала уңайлы йәшәү мөхитен булдырыу буйынса стратегик бурыстар ҡуйҙы. Беҙҙең алда тәбиғәтте һаҡлау буйынса күләмле проекттар күп, улар уңайлы мөхитте яҡшыртыуға йүнәлтелгән, тимәк, беҙ лайыҡлы һәм сифатлы башҡарырға тейеш эштәр күп, – тине Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов.