Бөтә яңылыҡтар
Экология
26 Апрель 2022, 11:27

Башҡортостанда алдағы көндәрҙә +22 градусҡаса йылыта

Башҡортостанда шаршамбы, 27 апрелдә, һауа +22 градусҡаса йылына.

Башҡортостанда алдағы көндәрҙә +22 градусҡаса йылыта
Башҡортостанда алдағы көндәрҙә +22 градусҡаса йылыта

Башгидромет хәбәр итеүенсә, был көндә урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы фаразлана. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +7, +12, көндөҙ +17, +22 градус була.

Дүшәмбе, 25 апрелдә, көндөҙ урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ киҫкен. Һауа температураһы төндә +1,+6, төньяҡ һәм көнсығыш райондарҙа -5, көндөҙ +13,+18 градус.

Шишәмбе, 26 апрелдә лә урыны менән бер аҙ ямғыр фаразлана. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә + 5, +10, көндөҙ + 15, +20 градус.

30 апрелгә тиклем Башҡортостанда һауа температураһының норманан бер градусҡа юғары булыуы көтөлә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-04-25/v-bashkirii-v-blizhayshie-dni-potepleet-do-22-gradusov-2782631

Автор:Розалиә Вәлиева
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: