Башҡортостан Хөкүмәте бойороғона ярашлы, 9 һәм 23 апрель берҙәм экологик шәмбе өмәләре көнө итеп билдәләнгән.
Хеҙмәт коллективтары бөгөн өмәгә дәррәү сыҡты. “Таҙалыҡ көнө” сиктәрендә ҡалған ҡарҙы таҙартып алыу, уның тиҙерәк иреүенә булышлыҡ итеү, тирә-яҡты ҡыш буйы йыйылған сүп-сарҙан йыйыштырыу, төҙөкләндереү эштәре үтә.
Салауат районы Хакимиәте мәғлүмәтенә ярашлы, 23 апрелдән 10 майға тиклем ағас ултырытыу буйынса “Йәшел Башҡортостан” акцияһы ла була. Ә 1 апрелдән 31 августҡа тиклем “Шина” экологик программаһы буйынса райондың һәр ауыл биләмәһендә иҫке покрышкалар йыйыу ойошторола.
Һүрәттәрҙә: Малаяҙ ауылы ойошмалары хеҙмәт коллективтары өмәгә сыҡты.