Бөтә яңылыҡтар
Экология
15 Ноябрь 2021, 16:38

“Янғантау” менән “Торатау”ҙа ниҙәр эшләнәсәк?

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә геопарктар булдырыу тураһында яҙҙы.

“Янғантау” менән “Торатау”ҙа ниҙәр эшләнәсәк?
“Янғантау” менән “Торатау”ҙа ниҙәр эшләнәсәк?

“Беҙҙең Альбанов музейы республиканың тарихын һәм тәбиғәтен һөйөүселәрҙе көндән-көн үҙенә нығыраҡ тарта. Башҡортостан геопарктары буйынса попечителдәр кәңәшмәһен бында уҙғарыуыбыҙ осраҡлы түгел. Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе ултырыштарын да бында үткәрәбеҙ.

“Янғантау” һәм “Торатау” геопарктары буйынса нимәләр эшләнгән, киләсәккә пландарыбыҙ ниндәй?

Беренсенән, беҙ ошо һәм башҡа тәбиғәт геопарктарының статусын билдәләүсе, һаҡлаусы юридик база булдырҙыҡ.

Икенсенән, ЮНЕСКО системаһында икенсе геопарк булдырыу юлынан уңышлы барабыҙ, был - Торатау. Шулай уҡ башҡорт шихандарын ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индереү өсөн номинация документтары әҙерләнек.

Беҙҙең эшмәкәрлек арҡаһында республиканың уникаль объекттары киң танылыу ала бара. Бер йыл эсендә “Торатау” һәм “Янғантау”ға килгән туристар һаны бермә-бер артҡан.

2022 йылға биләмәләрҙе үҫтереү маҡсатында тағы ла етдирәк аҙымдар яһарға күҙаллайбыҙ. Бының өсөн бер миллиард һум тирәһе аҡса бүленәсәк. Ошо аҡсаға “Торатау”ҙа шихан башына тиклем баҫҡыс төҙөйәсәкбеҙ. Тау башына, фауна һәм флораға зыян килтермәҫ өсөн, баҫҡыс буйлап ҡына күтәрелергә мөмкин буласаҡ. Ошо рәүешле туристарҙың хәүефһеҙлеген дә тәьмин итәсәкбеҙ.

Шулай уҡ тау түбәһендә коворкингтары, ресторандары, лекторийҙары булған ҙур визит-үҙәк һәм башҡа объекттар төҙөргә планлаштырабыҙ.

“Янғантау”ға килгәндә, ниһайәт, “Мәсетле” геологик киҫелеш музейының нисек буласағын билдәләнек. АҠШ һәм Европаның ошондай музейҙарын өлгө итеп аласаҡбыҙ. Был фәнни яҡтан да туристарға, ғалимдарға ҡыҙыҡлы булыр.

Шулай уҡ Салауат Юлаевтың тыуған ауылы - элекке Тәкәй биләмәһен дә үҫтерә башлаясаҡбыҙ. Попечителдәр кәңәшмәһендә “Салауат ере” тип аталған концептуаль проектты раҫланыҡ.

Былар - беҙҙең иң мөһим объекттар. Әлбиттә, туристарға уңайлы шарттар тыуҙырырға теләгән эшҡыуарҙар килмәһә, геопарктарҙы үҫтереүе мөмкин булмаясаҡ. Ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр көтәбеҙ.

Шуны билдәләргә кәрәк – геопарк статусы был объекттарҙың уникаль тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлауҙы, кешеләрҙең уларҙан күңел кинәнесе алырға тейешлеген маҡсат итеп ҡуя.

Барығыҙға ла тыныс тормош һәм изгелек теләйем!”

Фото: Р. Хәбировтың сәхифәһе.

Автор:"Башҡортостан"
Читайте нас: