Бөтә яңылыҡтар
Экология
8 Февраль 2021, 12:13

Республиканы һалҡын эш аҙнаһы көтә

8-12 февралдә Башҡортостанда һауа торошон һалҡын арктик фронты билдәләй.

8-12 февралдә Башҡортостанда һауа торошон һалҡын арктик фронты билдәләй.
Аҙнаның тәүге яртыһында ныҡ һалҡын була. Дүшәмбенән шаршамбыға тиклем республиканың үҙәк райондарында көндөҙ термометр бағанаһы -19, -22 күрһәтһә, төндә минус 22-28 градусҡаса төшә. Елдең тиҙлеге секундына 11 метрға етеүе мөмкин.
Кесаҙнанан йылыта башлай. 11-12 февралдә Өфөлә көндөҙгө сәғәттәрҙә -10 тирәһе була, көслө ҡар яуыуы көтөлә. Ял көндәренә, илдең Европа өлөшөнән һауа массаларының килеүе сәбәпле, тағы ла нығыраҡ йылыта. Йәкшәмбе, 14 февралдә, Башҡортостандың баш ҡалаһында ни бары 2 градус һалҡын була.
Читайте нас: