Бөтә яңылыҡтар
Экология
16 Ғинуар 2021, 02:30

Башҡортостанға Керәшен һыуығы килә

Киләһе аҙнаның башында Башҡортостанға Керәшен һыуығы килә. Башгидрометүҙәк мәғлүмәте буйынса, дүшәмбе, 18 ғинуарҙа, һәм шишәмбе, 19 ғинуарҙа, төндә һауа температураһы -20,-25, ә урыны менән -27,-32 градусҡа тиклем түбәнәйә.

Ошо ял көндәрендә,16 ғинуарҙа, күпселек райондарҙа ҡар, урыны менән ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы, юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ, урыны менән елдең секундына 18 метрға тиклем көсәйеүе көтөлә. Күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмей. Һауа температураһы көндөҙ -2,-7 градус була.
17 ғинуарҙа төньяҡ киңлектәрҙән һалҡын үтеп инә башлай. Кискә һауа температураһы -13,-18 градусҡаса түбәнәйә. Бер аҙ ҡар, юлдарҙа боҙлауыҡ һаҡлана.
Читайте нас: