Кишерҙе йомшаҡ, уңдырышлы тупраҡлы урынға бураҙна яһап
ултырға кəрəк.
Бер урынға ике йыл рəттəн был йəшелсəне сəсмəйҙəр. Ул кəбеҫтə,
һуған, ҡыяр, сөгөлдөр үҫкəн урынды ярата. Түтəл даими
йомшартылып торорға тейеш.Ере ҡатып китһə, был тамыраҙыҡ
насар үҫəсəк. Кишер һирəк булып сыҡһын өсөн уны көлгə бутап
сəсегеҙ. Орлоҡ шытып сығыу менəн шыйыҡ ҡына марганцовка
эретмəһе һибегеҙ. Кишер себененə нашатырь спирты эретмəһе лə
файҙалы.Кишер тиреҫ яратмай. Органик ашламалар күп булһа, ул
кəкрəйеп, əсе булып үҫə. Июлдə 20 көн ара менəн бор кислотаһы
эретмəһе менəн туҡландырығыҙ. Августа түтəлгə көл һипһəң, ул тағы
ла эрелəнеп китə,тəме лə тəмлəнə. Һыуҙы 5-6 япрағы сыҡҡансы
даими һибеп торорға кəрəк. Һуңынан тамыры оҙонайһа, ул дымды
үҙе таба. Күп һыу ҡойһаң, тамыр ярыла.