Бөтә яңылыҡтар
Экология
20 Декабрь 2019, 14:45

30 градуслыҡ һыуыҡтар килә

Алдағы ял көндәрендә Башҡортостанда һауа торошо үҙгәрә.

Алдағы ял көндәрендә Башҡортостанда һауа торошо үҙгәрә.
Ҡар урынына 20 градуслыҡ һыуыҡтар килә. Башгидрометүҙәк белгестәре мәғлүмәттәре буйынса, айырым райондарҙа буран сығыуы һәм боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Һауа температураһы төндә -15 градустан түбән төшә, аяҙытҡанда -22-гә тиклем.
Ҡышҡы ҡояш торошо көнөндә – 22 декабрҙә – урыны менән термометр бағанаһы -29 градусҡаса төшә. Көндөҙ -17,-22 градус.
Республиканың баш ҡалаһында ла һыуыҡ була, ләкин шәмбе сағыу ҡояш көтөлә. Икенсе көндө ул болоттар араһынан ғына күренәсәк.
"Башинформ".
Читайте нас: