Бөтә яңылыҡтар
Экология
7 Август 2019, 10:23

Ҡалдыҡтар менән эш итеү яйға һалына

Район хакимиәте башлығы Марс КАШАПОВ ауылдарға сығып үткәрелгән күсмә кәңәшмәләр ваҡытында ауыл биләмәләре башлыҡтарына контейнер майҙансыҡтарын сентябргә тиклем эшләргә ҡушты. Ошо йәһәттән ул Ишембай ауыл биләмәһе тәжрибәһен ҡулланырға тәҡдим итте. Бындағы дүрт ауылда ла контейнер майҙансыҡтары тейешле талапҡа ярашлы ҡоролған: профнастил менән тигеҙ итеп кәртәләнгән, бункер аҫты цемент-бетон ҡатламлы итеп эшләнгән. Тулыраҡ сайтта: #национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан .

Район хакимиәте башлығы Марс КАШАПОВ ауылдарға сығып үткәрелгән күсмә кәңәшмәләр ваҡытында ауыл биләмәләре башлыҡтарына контейнер майҙансыҡтарын сентябргә тиклем эшләргә ҡушты.


Ошо йәһәттән ул Ишембай ауыл биләмәһе тәжрибәһен ҡулланырға тәҡдим итте. Бындағы дүрт ауылда ла контейнер майҙансыҡтары тейешле талапҡа ярашлы ҡоролған: профнастил менән тигеҙ итеп кәртәләнгән, бункер аҫты цемент-бетон ҡатламлы итеп эшләнгән.
Әйтергә кәрәк, күпселек ауылдарға котейнер майҙансыҡтары эшләнеп, уларға бункерҙар ҡуйылған, бәләкәй контейнерҙар ҙа алынған. Ғөмүмән әйткәндә, районда ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү яйға һалына.
Бункерҙарҙағы сүпте Мәсәғүттән “Прогресс” ойошмаһы машинаһы килеп ала. Был махсус техниканы ябай халыҡ телендә “хапуга”, “воровайка” тип йөрөтәләр. Кран-манипулятор менән йыһазландырылған “КамАЗ” автомобиле сүп-сарҙы үҙенә-үҙе тейәй. Ҡалдыҡтар туранан-тура Мәсәғүттең ТБО полигонына алып кителә. Беҙҙең зонаны хеҙмәтләндереүсе төбәк операторы – “Махсус автохужалыҡ” предприятиеһы вәкиле Булат Хөснөтдинов әйтеүенсә, халыҡтан сүп йыйыу өсөн районда һигеҙ куб.м ҙурлыҡтағы 60 бункер, 95 контейнер ҡуйылған. Бынан тыш, юридик ойошмалар 40 контейнер урынлаштырған. Ауыл урамдарындағы һәм ойошмаларҙағы 0,75 куб. м һыйҙырышлы һауыттарҙы шулай уҡ “Прогресс”тың “ГАЗ-53” базаһындағы махсус автомобиленә бушатып, сүпте Малаяҙ ауылындағы тейәп оҙатыу майҙансығына ташыйҙар. Ә Малаяҙ, Нәсибаш һәм Салауат ауыл биләмәләрендә “Сервис-Строй” йәмғиәте коммуналь ҡалдыҡтарҙы тоҡтар менән йыя.

Хәтерегеҙгә төшәрәбеҙ, быйылдан “сүп-сар” реформаһына ярашлы индерелгән яңы төр хеҙмәт өсөн ай һайын халыҡҡа квитанциялар килә. Төбәк операторы вәкиле белдереүенсә, түләү әлегә ауыр бара. Илдә ҡалдыҡтар менән яңыса эш итеү тәртибе "Экология" милли проектына ярашлы бойомға ашырыла.

Әйткәндәй,

Республиканың Көйөргәҙе районында сүп-сар һалыу өсөн контейнер үҙҙәрендә етештерелә башлаған. Кәмә рәүешендәге һәм һигеҙ кубометр һыйҙырышлы бункерҙарҙы бында айына 100 дана самаһы, 0,75 кубометр һыйҙырғандарын – 200-әр эшләп сығарырға планлаштыралар. Шулай уҡ 1,1 кубометр сүп-сар һалырға мөмкин булған йәшел төҫтәге евроконтейнерҙар эшләп сығара башлау ҙа күҙ уңында тотола. Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, был эште “Машхимтрейд” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Игорь Ступин ойошторған. Контейнерҙар һатып алыу өсөн республика ҡаҙнаһында өҫтәмә сығым ҡаралған.
Һүрәттә: махсус техника Миндеш ауылы контейнер майҙансығында эшләй.

Читайте нас: