Бөтә яңылыҡтар
Экология
7 Сентябрь 2018, 17:46

Килендәр шишмәһе төҙөкләндерелде

Урмансы ауылы эргәһен­дәге Килендәр шишмәһе төҙөкләндерелеп, тәртипкә килтерелде. Ошо яңылыҡты гәзит уҡыусыларҙың береһе еткерҙе.

Урмансы ауылы эргәһен­дәге Килендәр шишмәһе төҙөкләндерелеп, тәртипкә килтерелде. Ошо яңылыҡты гәзит уҡыусыларҙың береһе еткерҙе.
– Салауат юл төҙөлөш-ремонтлау идаралығы шишмәне эшләп ҡуйҙы. Хәҙер унда бысраҡ һыу аҡмаясаҡ, – тине Урмансы ауылынан Наил Шәймырҙин.
Ул редакцияға эш һөҙөмтәһенең фотоһын да ебәрҙе. Юл эргәһендәге канауҙың йүнәлеше, айырым тимер улаҡ һалып, үҙгәртелгән. Шишмәгә улаҡ аша баҫма эшләп, яндауырҙар ҡуйылған. Һыу сығанағының эргә-тирәһе, ҡырсынташ түшәп, нығытылған. Фотоһүрәттән генә түгел, урынға барып ҡарағас, Килендәр шишмәһенә юл буйынан өйәр һыуҙары ағыу ҡурҡынысы янамауына инандыҡ. Ауыл халҡы район Советы депутаты, Салауат ДРСУ-һы начальнигы Ришат Сафинға, етешһеҙлекте бөтөрөп, шишмәне төҙөкләндереүенә рәхмәтле.
Бынан тыш, ауылдашыбыҙ Хәбибйән Мырҙашев һыу сығанағы ҡоролмаларын буярға буяуҙар менән тәьмин иткән, “Килендәр шишмәһе” яҙыулы алтаҡталарын яңыртҡан. Хәҙер Мөрсәлим юлы буйындағы шишмә күркәм булып ҡалған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, редакцияға яҙ көнө шишмәгә бысраҡ өйәр һыуҙары ағыуы тураһында Урмансы ауылынан видеояҙма килгәйне. Юлсылар асфальт ҡатламын һыу йыумаһын өсөн канау ҡаҙғаны өсөн был хәл килеп тыуғайны. Ауыл халҡының үтенесен беҙ юл хужалығы етәкселегенә, район хакимиәтенә еткерҙек.
Читайте нас: