Бөтә яңылыҡтар
Экология
14 Июнь 2018, 13:27

Яңы юл йоностарға ҙур шатлыҡ

Юл – тормошобоҙ көҙгөһө, тиҙәр. Уларҙың төҙөклөгө төбәктең социаль торошон билдәләй. Был йәһәттән Салауат районы юл ремонтлау-төҙөлөш идаралығы ҙур эштәр башҡара.

Юл – тормошобоҙ көҙгөһө, тиҙәр. Уларҙың төҙөклөгө төбәктең социаль торошон билдәләй. Был йәһәттән Салауат районы юл ремонтлау-төҙөлөш идаралығы ҙур эштәр башҡара.
Йонос ауылы юлдарының торошо күптән ауыл халҡын борсой ине. Ниһайәт, юл ремонтлау-төҙөлөш идаралығы эшселәре был ауылда төҙөкләндереү эшенә тотондо. Әлкә ауылы биләмәһе башлығы Руслан Низамовтың әйтеүенсә, майҙа башланған ремонтлау эштәренең бөгөн яртыһынан күберәге тамамланған. Юл хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы менән урамдарға таш һалынып, тигеҙләп сығылған. Был эштә шулай асфальт-бетон заводы мастеры Адис Мөхәмәтйәновтың да ярҙамы ҙур булған.
Күптән төҙөкләндереү талап иткән урамдарҙың яңырыуы халыҡ өсөн ҙур уңайлыҡтар тыуҙырҙы. Йонос ауылы халҡы матур, тигеҙ , яңы юл һалдырған Ришат Сафин етәкселегендәге Салауат ДРСУ-һы хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтле.
Читайте нас: