Яҙ килеүе һыу ташыуы менән бәйле. Ҡар һыуҙары сәнәғәт предприятиелары биләмәләре, фермалар, тиҙәк һаҡлау, төҙөлөш материалдары ятҡан урындарҙы йыуып, хәлде ҡатмарлаштыра.
Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе булдырмау һәм ташҡын эҙемтәләренең хәүефен кәметеү маҡсатында районда ташҡынға ҡаршы комиссия төҙөлгән. Ташҡын хәүефһеҙ үтһен өсөн саралар планы раҫланған. Экологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү һәм 2018 йылғы ташҡынды бәлә-ҡазаһыҙ үткәреп ебәреү, һыу объекттарының нефть продукттары, йыуыу саралары һәм башҡа матдәләр менән бысраныуын булдырмау маҡсатында ауыл биләмәләре хакимиәттәренә, предприятиеларға, ауыл хужалығы етештереүселәренә ташҡынды үткәреп ебәреү һәм гидротехник ҡоролмаларҙың техник хәлен тикшереү, шулай уҡ һыу объекттарының бысраныу сығанаҡтарын тикшереп, саралар планын төҙөргә ҡушылды.
Мал фермалары, комплекстарҙан һыу ятҡылыҡтарына сәнәғәт һәм көнкүреш ҡаты ҡалдыҡтарҙың эләкмәүенә айырым иғтибар бирергә кәрәк. Ҡайһы бер ауыл халҡы ҡыш буйы мал тиҙәген һәм көнкүреш ҡалдыҡтарын һыу ятҡылыҡтары, соҡорҙар эргәһендә ҡалдырырға әүәҫ, яҙын улар иреп, йылға-күлдәребеҙгә ағып төшә. Шуның өсөн ҡалдыҡтарҙы йыйып алып, тейешле урындарға йәки ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар полигонына илтеү һорала.
БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Мәсәғүт территориаль комитеты белгестәре ауылдарҙағы предприятиеларҙы һәм һыу объекттарын тикшереү өсөн рейд үткәрә. Һыу ятҡылыҡтарын бысратыу осраҡтары асыҡланһа, РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар Кодексының 8.2, 8.13-сө статьяларына ярашлы административ яза ҡулланыласаҡ һәм зыянды ҡаплау буйынса дәғүә ғаризалары биреләсәк.
Мәсәғүт территориаль комитетының әйҙәүсе белгес-эксперты.