Бөтә яңылыҡтар
Экология
20 Февраль 2018, 11:42

Рәсәй география йәмғиәте еңеүселәрҙе бүләкләне

Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе ойошторған “Таҙа республика” конкурсында Салауат районының бер юлы өс вәкиле лауреат булды.

Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе ойошторған “Таҙа республика” конкурсында Салауат районының бер юлы өс вәкиле лауреат булды.
Экология йылы темаһына “Матбуғат баҫмаларында иң яҡшы хеҙмәт” республика конкурсында Салауат Юлаев музейы директоры Зилә Садиҡова – 2-се урын, “На земле Салавата” гәзите редакторы урынбаҫары Шамил Әхмәтшин менән Янғантау ауылынан йәмәғәт хәбәрсеһе Оксана Абдрахманова икеһе лә 3-сө урын алды. Уларҙың эштәре Рәсәйҙә асыласаҡ тәүге геопарк, тәбиғәт һәйкәлдәренә, Салауат еренең гүзәл мөйөштәренә, экологик акцияларға арналғайны.
Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте рәйесе Зилә Садиҡова районыбыҙҙа гәзит уҡыусыларға Салауат исемен мәңгеләштереүгә, туризмды үҫтереүгә күп көс һалыусы булараҡ таныш. Сығышы менән Бөрйән районы ҡыҙы булыуына ҡарамаҫтан, күп салауаттарҙы үҙенең әүҙемлеге, энтузиазмы менән үҙе артынан әйҙәй, районыбыҙҙың яңынан-яңы тәбиғи ҡомартҡыларын аса, эҙләнә. Шамил Әхмәтшин да үҙ эшенең оҫтаһы булараҡ, экология, туризм, тыуған яҡ темаларын гәзит биттәрендә һәр саҡ яҡтырта.
Бүләктәрҙе һәм Почет грамоталарын Өфөлә Рәсәй географик йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Камил Йыһаншин тапшырҙы. РГО-ның Башҡортостан төбәк бүлексәһе – Рәсәйҙә иң шәп эшләүсе бүлексәләрҙең береһе. Бағыусылыҡ советының финанс ярҙамы менән, ә уның составына “Янғантау” шифаханаһы ла инә, Башҡортостан бүлексәһенең киң күләмле проекттары тормошҡа ашырыла ла. Улар араһында “Еҙем” тәбиғи паркы, “Асҡын боҙ мәмерйәһе”, “Республиканың 100 йыллығына – 100 шишмә”, “Урал барсы”, “Баллы ауыл” һәм башҡалар.
Зөлфиә Мостафина,
Рәсәй географик йәмғиәтенең урындағы бүлексәһе рәйесе.
Читайте нас: