Бөтә яңылыҡтар
Экология
8 Февраль 2017, 17:02

“Йәшә, шишмә!” экологик акцияһы тамам

Былтыр Йонос ауылында старт алған “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Таҙа һыу” проекты сиктәрендә “Йәшә, шишмә!” экологик акцияһы, ниһайәт, аҙағына ла килеп етте.

Был изге һәм әһәмиәтле акция бар ауыл биләмәләренә эстафета рәүешендә тапшырылып, проект барышында шишмәләр һәм башҡа һыу ятҡылыҡтары төҙөкләндерелде, таҙартылды. Экологик акцияны Әлкә ауылында йомғаҡланылар.

Был көндө Салауат шишмәһе гөрләп торҙо. Әлкәләр ҡунаҡтар килеүгә тирмә ҡорҙо, былау бешерҙе, сәй ҡайнатты, тәмлекәстәрҙән өҫтәлдәр һығылып торҙо. Райондың мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре әлкәләр менән берлектә "Һыу башлатыу", "Килен төшөрөү" кеүек боронғо башҡорт йолаларын күрһәтте.

Район хакимиәте башлығы Ғәли Хәйретдинов экологик сарала әүҙем ҡатнашҡан барыһына ла рәхмәттәрен белдереп, акцияға йомғаҡ яһап, ауыл биләмәләре башлыҡтарына Маҡтау грамоталары һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһының бүләктәрен тапшырҙы. "Шишмәне тергеҙеү" – Мәсетле, "Сәләмәт тормошто пропагандалау" – Ишембай, "Рус халҡының йолаларын һаҡлау" – Малаяҙ, "Шишмәләр иле" – Нәсибаш, "Ҡабатланмаҫ сценарий" – Лаҡлы, "Халыҡты рухи яҡтан үҫтереү" – Мөрсәлим, "Быуындарҙың күсәгилешлелеге" – Таймый, "Башҡорт халҡының йолаларын һаҡлау" – Тирмән, "Ата-бабалар хәтере" номинацияһында Янғантау ауылы еңеүсе булды. 1-се – Арҡауыл, 2-се – Торналы, 3-сө урын Cалауат һәм Лағыр ауылы биләмәләренә бирелде. Конкурстың еңеүсеһе тип Миәшәгәр ауылы танылды. Акцияла әүҙем ҡатнашҡан Әлкә һәм Первомайский ауылдары, шулай уҡ проектты тормошҡа ашырырға ярҙам иткән депутаттар Марс Кашапов, Ралиф Хөснөтдинов, Илмир Ғәзизов, акцияны ойошторған һәм үткәргән Салауат Юлаев музейы директоры Зилә Садиҡова, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы башҡарма комитеты етәксеһе Маргарита Сәфәрғәлина Маҡтау грамоталары менән билдәләнде. Ғәли Ғәләүетдин улы “Салауат вариҫтары” төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Виктор Хәкимовты 70 йәшлек юбилейы менән тәбрикләп, уға ла бүләк тапшырҙы. РФ Дәүләт Думаһы депутаты Илдар Бикбаев яҡташтарын сәләмләп, бергәләп эшләргә, райондың яҡты киләсәге өсөн тырышырға саҡырҙы.

Киләһе йылда районда "Төҙөкләндерелгән ауыл" конкурсы ойоштороласаҡ. Был акцияла ла барыһы ла әүҙем ҡатнашыр, ауылдарыбыҙ йыл һуңына тағы ла матурайыр, тип ышанғы килә.

Читайте нас: