– Салауат районында төп мәсьәлә – Малаяҙ ауылының таҙартыу ҡоролмаһы булмауы. Ул 1976 йылда төҙөлгән, әле эшләмәй. Район үҙәгенең бөтөн бысраҡ канализация һыуҙары туранан-тура Йүрүҙән йылғаһына ағыҙыла. Таҙартыу ҡоролмаһы төҙөү йәки реконструкциялау мәсьәләһе, үкенескә күрә, әлегә ҡәҙәре хәл ителмәй.
Районда шулай уҡ сүплектәр ҙә ҙур проблема булып тора. Бөтәһе 48 ауыл сүплеге һәм Малаяҙҙа бер полигон бар. Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар полигоны дәүләт реестрына индерелмәгән, сөнки ул ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге биләмәлә урынлашҡан. Бынан тыш, иҫкергән полигон тирә-яҡ мөхиткә етди зыян килтерә. Бигерәк тә объектты ябып, консервацияға ҡуйғанда, ундағы ерҙәр халыҡ хужалығы ҡулланылышына бөтөнләй яраҡһыҙға әйләнә.
– Рәсәй Федерацияһы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына күсә. Шуға әлеге сүплектәр санкцияһыҙ объекттар булып һанала. Сүп-сар түгеү урыны бөтөрөлөп, ере тигеҙләп ҡуйылырға тейеш. Быны урындағы үҙидара органдары һәм республика Хөкүмәте хәл итергә бурыслы.
Ләкин әлеге сараны дәүләт экология экспертизаһының ыңғай һығымтаһы булған проект-смета документтары нигеҙендә генә ғәмәлгә ашырып була.
– Әлбиттә, Салауат районында махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре байтаҡ. Күҫәләр көкөрт сығанағы, уникаль Янғантау тауы, Ҡорғаҙаҡ минераль сығанағы, Лаҡлы мәмерйәһе, Ҡапҡаташ, Арҡауыл һәм Лағыр һаҙлыҡтары, Арҡауыл янындағы Ҡыҙҙар тауы һәм Мәсетленең геологик киҫелеше ошондай айырыуса һаҡланған биләмәләргә ҡарай. Уларҙа һирәк төр үләндәр үҫә һәм аҙ ғына ҡалған төрҙәре йәнлек-ҡоштар төйәк итә. Махсус һаҡланған биләмәләр республика байлығы булып иҫәпләнә һәм улар закон менән яҡлана.
– Йылдың слоганы: "Таҙа. Яҡлаусыһыҙ. Һинең ҡулдарыңда!" тип яңғырай бит. Тимәк, тәбиғәтте һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау беҙҙең ҡулда. Йәмғиәттең иғтибарын экология проблемаларына йүнәлтеү мөһим. Әйләнә-тирәбеҙҙең таҙалығы өсөн һәр кемдә яуаплылыҡ тойғоһо булһын ине.